Өфө янындағы ике ауыл халҡы бер юлды бүлешә алмай

Бәхәс тыуҙырған тар юл. Өфө янындағы 8 март ҡасабаһы менән Суровка ауылында йәшәүсе халыҡ юл өсөн көрәшә. Бер урам халҡы юлды үҙҙәренеке генә тип һанаһа, икенселәре иһә дөйөм ҡулланышта, тип бәхәсләшә. Суровка ауылында йәшәүсе Мария Щемякина улын мәктәпкә оҙатҡан һайын йөрәге өҙөлөп ҡала. Юлдағы соҡор ҡазаға килтермәһен тип борсола ул.

Тотош ауыл халҡының баш бәләһенә әүерелгән хәҙер был ыҙғыш. Асыҡланыуынса, ике урам халҡы араһындағы аңлашылмаусанлыҡ күптән дауам итә. 8 март ҡасабаһының Ғүмәр Миңлебаев урамында йәшәүселәр йорттары янынан күпләп машиналар йөрөүенә зарлана, ошо сәбәптән улар юлды соҡоп ҡуйған. Бындай хәл беренсегә ҡабатланмай, ти Суровкала йәшәүселәр. Бер метр тирәһе соҡорға урындағы халыҡ тимерҙәр ҡуйып, таҫмалар менән уратып ала.

Әммә был урында ут яҡтылығы юҡ. Шуға ла төнөн водительдәр йә иһә йәйәүлеләр соҡорға осоп төшөүе ихтимал. Ике йыл тирәһе халыҡ бер-береһе менән уртаҡ тел таба алмай. Юлда соҡор ҡаҙыусыларҙың да яуабы асыҡ. Миңлебаев урамында йәшәүселәр тар урамдан машиналар юғары тиҙлектә барып, балалар өсөн хәүеф тыуҙыра, ти. Быны ихатала эленгән видеокүҙәтеү камераһы ла иҫбатлай. Машиналар тар урамдан үтмәһен өсөн шлагбаум да ҡуйып ҡарайҙар, юлға сөйҙәр ҙә ырғыталар.

Сираттағы ысул-соҡор ҡаҙыу эшен дә халыҡ, асыҡланыуынса, бушҡа булдырмаған. Суровка ауылы халҡы өсөн икенсе юл бар, әммә ул хужаһыҙ, йәғни Өфө районының да, ҡаланың да балансында түгел. Шуға ла ул ҡышын таҙантылмай, һөҙөмтәлә кешеләр юлһыҙлыҡ ҡамауында тороп ҡала. Асыҡланыуынса, был юлды бер нисә йыл элек микрорайонды төҙөүселәр һалған. Әммә ни сәбәптәндер хакимиәткә тапшырмаған.

Өфө районы чиновниктары  Суровка ауылы халҡына был юлды үҙ милкенә күсерергә тәҡдим итә.  Ленин районы хакимиәтендә тиҙҙән 8 март ҡасабаһы һәм Суровка ауылында йәшәүсе халыҡ менән уртаҡ һөйләшеү үткәреләсәк. Йыйылышта соҡор ҡаҙалған юл буйынса ла ҡарар булыр тип ышана халыҡ.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә...

17 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Смотреть видео Йылытыу өсөн икеләтә түләү | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн икеләтә түләү

Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да...

14 февраля 2020
Смотреть видео Тормошҡа ашҡан хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашҡан хыял

Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүсе 8 класс уҡыусыһын үҙенең эш урыны менән таныштырҙы. Елена Казанцеваның хыялы томошҡа ашты.  "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында ҡыҙ Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булырға теләүе тураһында яҙған. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында...

14 февраля 2020
Смотреть видео Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт

 Өфөлә Назаровтар ғаиләһе ял итергә барыу өсөн туристик агентлығына миллионлаған аҡса бирә, әммә юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Республика эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре башланы. Варвара Назарова диңгеҙ күрергә, аҡ ҡомдо тотоп ҡарарға хыяллана. Уның теләген тормошҡа...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

 Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге...

14 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә

Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостанда реабилитация үҙәген камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге медицина реабилитацияһы бүлеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Өфөлә биш йыл элек асылған үҙәктә Башҡортостандың төрлө...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортса йәнһүрәттәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортса йәнһүрәттәр арта

 Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ...

13 февраля 2020
Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Яндекс.Метрика