80 йыл буйы сабата үрә

Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп. Нуриман районында йәшәүсе 84 йәшлек Сатый Сәлимов боронғо аяҡ кейеме-сабаталар үрә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул шөғөлөнә тоғро ҡала. Сабатаны үреү өсөн йүкә ағасы ғына тап килә, ти 84 йәшлек оҫта Сатый Сәлимов. Боронғо көндәлек аяҡ кейемен үреү өсөн тәүҙә сей йүкәнең тышын бысаҡ менән һыҙырып алырға кәрәк. Килеп сыҡҡан таҫманан аяҡ кейеме үрелә лә  инде. Йүкә таҫмалары кипмәҫ борон сабатаны үрергә кәрәк, шуға ла эште ҡыҙыуында һуғыу зарур ти оҫта. Йүкә ҡаты булһа, уны һыу менән ыуалап йомшартырға тура килә. Элек сабата ныҡ булһын өсөн, табанын тал, йүкә, бау менән дә үргәндәр йәки күн менән теккәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, сабата үреү эше һәр кемгә эләккәйне, тип хәтирәләр ебен һүтә Сатый ҡарт. Ғүмер буйына үрелгән сабаталарҙың иҫәбе-һаны юҡ ти Сатый Сәлимов. Һуғыш ваҡытында ла бер-беребеҙгә сабата үреп бирә инек, ти ул. Әле был эшенә тоғро ҡалыуына бигерәк тә туғандары ҡыуана. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер көн дә буш тормай, хәрәкәттә-бәрәкәт тигәндәй һаулығына ла зарланмай. Көнөнә ике пар аяҡ кейемен һә тигәнсе эшләп тә ҡуя, уларҙы һатып алырға теләүселәр ҙә бихисап. Бигерәк тә бәләкәйҙәр өсөн сабаталар ихтыяж ҙур. Бер сабатаны үреү өсөн яҡынса ике-өс сәғәт ваҡыт талап ителә. Аяҡ кейеме тигеҙ килеп сыҡһын өсөн, хаталанмау зарур. Шуға ла оҫта үҙ бүлмәһендә тыныслыҡта эшләүҙе хуп күрә. Һөҙөмтәлә, ошондай матур, ныҡлы, сифатлы сабата килеп сыға. Әйткәндәй, унан әле лә ағас еҫе бөркөп тора. Был бауҙарҙы ла, билдәле булыуынса, юҡҡа ғына ҡалдырмайҙар. Аяҡтан төшөп ҡалмаһын өсөн, уны ныҡ ҡына итеп бәйләп ҡуйырға кәрәк. Хәҙерге аяҡ кейемдәре менән сабатаны сағыштырып ҡарағанда айырма улай уҡ юҡ, сабата ла шулай уҡ уңайлы, аяҡты ла бер ҙә ҡырмай. Боронға аяҡ кейемен хәҙер музейҙарҙа ғына осратырға мөмкин. Бындай шөғөл менән мауығыусылар ҙа һирәк. Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡалып, бигерәк тә йәштәр сабата үреүҙе әксеп итһен ине тигән теләктә оло йәштәге оҫта.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика