Луиза Хәйруллина эҙенән

Өфөлә банк кассаһынан ҙур сумма аҡса урлауҙың йәнә бер осрағы асыҡланды. Калинин районында урынлашҡан “Открытие” кредит ойошмаһы хеҙмәткәре рекордлы 43 миллион һум аҡсаны урлаған. Финанс учреждениела идара итеүсе булып эшләгән ҡатынҡай коллегаһынан айырмалы аҡсаны әҙләп 2 йыл ярым дауамында сәлдергән.  Был банк тураһында июль айында бәйән иткәйнек. Финанс ойошмаһында эшләүсе кассир Лилиә Аҙнабаева 6 миллион ярым һум сәлдереп ҡулға алынды. Ошо енәйәт эшен тикшереү барышында кредит ойошмаһынан тағы ла 43 миллион ярым һум юғалғаны билдәле булды. Ә банктта береһе лә бер-нимә лә йәнәһе белмәй. Асыҡланыуынса, банк менән идара итеүсе 2017 йылдың ғинуарынан 2019 йылдың июленә тиклем аҡса сәлдергән. Латыпова фамилиялы хеҙмәткәр 43 миллион ярым һумға “айыу майы һөрткән”. Ә енәйәт асыҡланмаһын өсөн 50-нән ашыу кешенең вкладын япҡан. Был ҡырын эштә уға ярҙам итеүселәр ҙә булған. Аҡса урлауҙа ғәйепләнгән банк менән идара итеүсе яңы төҙөлгән йортта йәшәй. Ул бында бер йыл элек тирәһе күскән. Ире һәм балаһы бар икәне билдәле. Күршеләре менән йүнләп аралашмағас, 39 йәшлек ҡатынды улар яҡшылап ҡылыҡһырлай алмай. Салауат ҡалаһынан Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банкттан 23 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән юғалғас, бөтә ил халҡы шаулап алды. Кемдер ҡатынды аҡланы һәм хупланы, бәғзеләр ирен ғәйепләне, балаларын йәлләне. Тормош иптәше хатта Рәсәй-1 телеканалында барған тапшырыуҙа ҡатнашып, бурысты ҡайтарырға аҡса йыйырға маташты. Әммә, кассир изоляторға ябылды, ә ире өйөндә ареста ҡалды. Хәйруллиндар ғаиләһе менән ғауға барғанда, кассир Лилиә Аҙнабаева ла 6 миллион ярым һум урлап тотолдо. Хәҙер уға ла 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Тәфтиш эше дауам итә. Ҡырын эш 40 йылдан һуң да беленә ти халыҡ мәҡәле. 43 миллион һумды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған ҡатынды ла яҡшы киләсәк көтмәгәне көн кеүек асыҡ.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Смотреть видео Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй. Ваҡиға баш ҡаланың Дим биҫтәһендә булған. Полиця хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлегә енәйәтсенең исем-шәрифе билдәле. Ул 1988-се йылдың дүртенсе октябрендә тыуған Константин Анатольевич...

25 ноября 2020
Смотреть видео Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн  махсус кәңәшмә уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн махсус кәңәшмә уҙа

Башҡортостан райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн Өфөлә махсус кәңәшмә уҙа. Ултырыш декабрҙең беренсе аҙнаһына тәғәйенләнде. Көн тәртибенә сығарыласаҡ төп мәсьәлә лә билдәле. Ул   хужалыҡтарға техника һатып алыу. Машина-трактор паркын яңыртыу - көнүҙәк. Бөгөнгә күп кенә муниципаль...

25 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ. Алдынғы социаль–иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты ошондай вәғәҙә бирә. 10 миллиард һумға баһаланған проект республикала иң эреләрҙең береһе. ТАВРОС компанияһының яңы программаһы менән кисә, Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Радий...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

24 ноября 2020
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

24 ноября 2020
Яндекс.Метрика