Халыҡ ара һаңғырауҙар аҙнаһы

Сентябрҙең һуңғы тулы аҙнаһы Халыҡ ара һаңғырауҙар аҙнаһы, тип билдәләнә. Был насар ишеткән кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итергә ярҙам итә. Өфөлә улар өсөн махсус коррекцион мәктәп-интернат бар. Унда тәрбиәләнеүселәр менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты. Тынлыҡта йәшәгән уҡыусылар һәм уларҙың педагогтарын бөгөн нимәләр борсой? Һәр һүҙҙе ым-ишара аша ҡабул итергә өйрәнгән 2-се класс балалары өсөн бөгөнгө дәрес ғәҙәти түгел. Уларҙың алдында видеокамера, ә оператор ролендә 7-се класс уҡыусыһы Алиса. Йәш хәбәрсе дәрес барышының бер өлөшөн дә күҙҙән ысҡындырмай. Телевидение мәктәбен ойоштороуҙа был беренсе аҙым. Дәрес тамамланғас уҡыусылар үҙҙәрен видеокамеранан ҡарай. Насар ишеткән балаларҙың күреү һәләте күпкә үҫешкән. Педагогтар билдәләүенсә, бындай алым уҡыусыларға үҙҙәрен ситтән күрергә ярҙам итә һәм улар үҙҙәрен баһалап камиллашыуға ынтыласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә мәктәп телевидениеһы яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк, мәҫәлән, сурдопедагог булыу улар өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Педагогтар уҡыусыларҙы һәр яҡлап та үҫтерергә тырыша. Шуға күрә кабинеттар төрлөләндереп йыһазланған, сөнки балалар күреп, тотоп ҡарап тирә яҡ менән таныша. Ым-ишара телен тәрбиәләнеүселәр генә түгел, шулай уҡ һәр уҡытыусы белә. 30-сы һанлы коррекцион мәктәп-интернатының тарихы 100 йылдан ашыу һәм ул Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  беренсе махсуслаштырылған белем усағы. Әлеге мәлдә бында республиканың төрлө райондарынан 106 бала уҡый. Мәктәптә уҡырға теләүселәр күп, әммә йәшәү урыны сикле, интернатта бары тик 30 бала йәшәй. Дәрестәрҙән һуң ваҡыттарын бушҡа уҙғармайҙар, уҡыусылар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Айырыуса спорт йүнәлешенә ҙур иғтибар бирелә. Күнекмәләргә йөрөгән балаларҙың ҡайһы берҙәре бөтөнләй һөйләшмәй, әммә ҡысҡырып сығарған тауыш, күнекмә ваҡытындағы тын алыш – балаларҙың сәләмәтлеге өсөн айырыуса мөһим, ишетеү-телмәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Спорт мастеры Таһир Салихов сурдотхэквандо буйынса 3 йыл тренер булып эшләй. Спорттың әһәмиәтен ата-әсәләр ҙә аңлаһын ине, ти ул. Спорт ҡорамалдары, тренажерҙар мәктәп уҡыусылары өсөн етәрлек. 8 тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко билдәләүенсә, интернат өсөн һатып алынған спорт ҡорамалдарын урынлаштырыр өсөн урын ғына юҡ, төкәтмә кәрәк. Шулай уҡ урамдағы спорт майҙансығы менән дә ҡатмарлыҡтар бар. Мәктәп майҙансығы менән мәсъәләне хәл итеү өсөн педагогтар ярҙам эҙләй. Заманса махсус түшәм булмағанлыҡтан былтыр ишетмәгән балалар араһында футбол буйынса республика ярыштарын ҡабул итә алмағандар. Шулай уҡ еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә шарттар юҡ. Үҙенсәлекле балалар өсөн мәктәптә шарттар тыуҙырыу заман менән бергә атларға ярҙам итәсәк, ти мәктәп директоры. Уҡыусылар иһә спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә, улар октябрь башында уҙасаҡ еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарына әҙерләнә.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Смотреть видео Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй. Ваҡиға баш ҡаланың Дим биҫтәһендә булған. Полиця хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлегә енәйәтсенең исем-шәрифе билдәле. Ул 1988-се йылдың дүртенсе октябрендә тыуған Константин Анатольевич...

25 ноября 2020
Смотреть видео Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн  махсус кәңәшмә уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн махсус кәңәшмә уҙа

Башҡортостан райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн Өфөлә махсус кәңәшмә уҙа. Ултырыш декабрҙең беренсе аҙнаһына тәғәйенләнде. Көн тәртибенә сығарыласаҡ төп мәсьәлә лә билдәле. Ул   хужалыҡтарға техника һатып алыу. Машина-трактор паркын яңыртыу - көнүҙәк. Бөгөнгә күп кенә муниципаль...

25 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ. Алдынғы социаль–иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты ошондай вәғәҙә бирә. 10 миллиард һумға баһаланған проект республикала иң эреләрҙең береһе. ТАВРОС компанияһының яңы программаһы менән кисә, Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Радий...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

24 ноября 2020
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

24 ноября 2020
Яндекс.Метрика