Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш » филмы "Евразия күпере" фестивалендә Гран-при яуланы

Александр Галибин кинокартинаһы «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында ла еңде. Әле Рәсәй кинотеатрҙарында барған фильмдың төп геройы — Йәмил менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Беренсе класстар үҙҙәренең араһында ҙур кинола төп ролде башҡарған кескәй актер барлығын әле белмәй ҙә. Арыҫлан үҙе лә уларҙан айырылырға тырышып тормай. Иғтибар менән уҡытыусыны тыңлай, һорауҙарға яуап бирә.Математика фәненә ғашиҡ, яңы дуҫтарҙың күбәйеүенә шат. Тик бына иртән тороуы ғына әле ауырыраҡ. Йәш актерҙы беренсе класс уҡыусыларынан ҡуйылған матур телмәре һәм үтә иғтибарлы булыуы һиҙгертеп тора. Әсәһе әйтеүенсә, малай кескенә сағынан кинола төшөргә хыяллана.Ә Йәмил роле ошо оло юлға илтеүсе тәүге һәм уңышлы аҙым. Арыҫландың һөнәрҙәре тик кино һәм телевидениела төшөү генә түгел. Ул спидкубинг менән мауыға. Уңыштары менән үҙенең ютуб-каналында бүлешә. Бәләкәй актер Алтынай һеңлеһе өсөн иғтибарлы, хәстәрлекле ағай. Бөтә буш ваҡыты тик һеңлеһе менән үтә. Арыҫландың тормошонда бер туған һеңлеһе, кинолағы Марта Тимофеева башҡарған туғаны менән бер үк мәлдә барлыҡҡа килә. Фильм төшөрөлгәнсе улар ысынлап та бер туғанға әйләнеп бөткән. Кино ла тап уларҙың мөнәсәбәтенә ҡоролған. Һеңлекәш фильмының премьераһына Өфөгә төшөрөүҙә ҡатнашҡан бөтә команда килде. Көҙгө һыуыҡ һауа торошо урамдан уҡ ҡаршыларға форсат бирмәһә лә, фойелағы осрашыуҙарҙан йылы бөркөлә. Башҡортостандың бөйөк әҙибе әҫәрен экранға сығарыу бурысын үҙ өҫтөнә режиссер Александр Галибин алған. Фильмдың премьераһы минең тормошомда иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе, тине режиссер. Фильм Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм М. Кәрим исемендәге фонд ярҙамында төшөрөлгән. Бөйөк әҙтиптең ейәне, Тимербулат Кәримовты башта Инйәр буйында картина өсөн махсус төҙөлгән ауыл ғәжәпләндерә. Фильмды төшөрөүселәр әҙәби мираҫҡа мөмкин тиклем һаҡсыл ҡарарға тырышҡан. Тексты кинематография ҡанундарына яраҡлаштырырға тура килһә лә, сценарий авторы « Беҙҙең өйҙөң йәме » повесының ҡабатланмаҫ солғанышын тулыһынса һаҡлаған. Фильмда 3 тел яңғырай. Башҡорт, рус, украин теле. Милли телдәрҙе махсус яҙҙырмағандар, төшөрөү мәлендәге кеүек ҡалған. Иң ауыры йәш актриса Марта Тимофееваға булғандыр. Уға башҡорт телендә ҙур текстар ятларға тура килгән. Йәш йондоҙ Мартаның иңендә кино һәм сериалдарҙа уйнвлған 40- тан артыҡ  роль. Ә Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин өсөн был тәүгеһе. Бәләкәй актер үҙенең ҙур роленә бик етди ҡарай. Фильмдың премьераһына килеүселәр күҙ йәштәрен йәшермәне. Сөнки әҫәр һәр кемгә үҙенсә яҡын. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был кинотаҫманы һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән һәм Республикабыҙҙы, уның мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған иң яҡшы фильм, Уны райондарҙа ғына түгел һәр мәктәптә күрһәтергә тейешбеҙ, тип белдерҙе. Ә фильм кинотеатрҙарҙа ай дауамында барасаҡ.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Смотреть видео Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй. Ваҡиға баш ҡаланың Дим биҫтәһендә булған. Полиця хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлегә енәйәтсенең исем-шәрифе билдәле. Ул 1988-се йылдың дүртенсе октябрендә тыуған Константин Анатольевич...

25 ноября 2020
Смотреть видео Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн  махсус кәңәшмә уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн махсус кәңәшмә уҙа

Башҡортостан райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн Өфөлә махсус кәңәшмә уҙа. Ултырыш декабрҙең беренсе аҙнаһына тәғәйенләнде. Көн тәртибенә сығарыласаҡ төп мәсьәлә лә билдәле. Ул   хужалыҡтарға техника һатып алыу. Машина-трактор паркын яңыртыу - көнүҙәк. Бөгөнгә күп кенә муниципаль...

25 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ. Алдынғы социаль–иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты ошондай вәғәҙә бирә. 10 миллиард һумға баһаланған проект республикала иң эреләрҙең береһе. ТАВРОС компанияһының яңы программаһы менән кисә, Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Радий...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

24 ноября 2020
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

24 ноября 2020
Яндекс.Метрика