Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш » филмы "Евразия күпере" фестивалендә Гран-при яуланы
Александр Галибин кинокартинаһы «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында ла еңде. Әле Рәсәй кинотеатрҙарында барған фильмдың төп геройы — Йәмил менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Беренсе класстар үҙҙәренең араһында ҙур кинола төп ролде башҡарған кескәй актер барлығын әле белмәй ҙә. Арыҫлан үҙе лә уларҙан айырылырға тырышып тормай. Иғтибар менән уҡытыусыны тыңлай, һорауҙарға яуап бирә.Математика фәненә ғашиҡ, яңы дуҫтарҙың күбәйеүенә шат. Тик бына иртән тороуы ғына әле ауырыраҡ. Йәш актерҙы беренсе класс уҡыусыларынан ҡуйылған матур телмәре һәм үтә иғтибарлы булыуы һиҙгертеп тора. Әсәһе әйтеүенсә, малай кескенә сағынан кинола төшөргә хыяллана.Ә Йәмил роле ошо оло юлға илтеүсе тәүге һәм уңышлы аҙым. Арыҫландың һөнәрҙәре тик кино һәм телевидениела төшөү генә түгел. Ул спидкубинг менән мауыға. Уңыштары менән үҙенең ютуб-каналында бүлешә. Бәләкәй актер Алтынай һеңлеһе өсөн иғтибарлы, хәстәрлекле ағай. Бөтә буш ваҡыты тик һеңлеһе менән үтә. Арыҫландың тормошонда бер туған һеңлеһе, кинолағы Марта Тимофеева башҡарған туғаны менән бер үк мәлдә барлыҡҡа килә. Фильм төшөрөлгәнсе улар ысынлап та бер туғанға әйләнеп бөткән. Кино ла тап уларҙың мөнәсәбәтенә ҡоролған. Һеңлекәш фильмының премьераһына Өфөгә төшөрөүҙә ҡатнашҡан бөтә команда килде. Көҙгө һыуыҡ һауа торошо урамдан уҡ ҡаршыларға форсат бирмәһә лә, фойелағы осрашыуҙарҙан йылы бөркөлә. Башҡортостандың бөйөк әҙибе әҫәрен экранға сығарыу бурысын үҙ өҫтөнә режиссер Александр Галибин алған. Фильмдың премьераһы минең тормошомда иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе, тине режиссер. Фильм Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм М. Кәрим исемендәге фонд ярҙамында төшөрөлгән. Бөйөк әҙтиптең ейәне, Тимербулат Кәримовты башта Инйәр буйында картина өсөн махсус төҙөлгән ауыл ғәжәпләндерә. Фильмды төшөрөүселәр әҙәби мираҫҡа мөмкин тиклем һаҡсыл ҡарарға тырышҡан. Тексты кинематография ҡанундарына яраҡлаштырырға тура килһә лә, сценарий авторы « Беҙҙең өйҙөң йәме » повесының ҡабатланмаҫ солғанышын тулыһынса һаҡлаған. Фильмда 3 тел яңғырай. Башҡорт, рус, украин теле. Милли телдәрҙе махсус яҙҙырмағандар, төшөрөү мәлендәге кеүек ҡалған. Иң ауыры йәш актриса Марта Тимофееваға булғандыр. Уға башҡорт телендә ҙур текстар ятларға тура килгән. Йәш йондоҙ Мартаның иңендә кино һәм сериалдарҙа уйнвлған 40- тан артыҡ роль. Ә Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин өсөн был тәүгеһе. Бәләкәй актер үҙенең ҙур роленә бик етди ҡарай. Фильмдың премьераһына килеүселәр күҙ йәштәрен йәшермәне. Сөнки әҫәр һәр кемгә үҙенсә яҡын. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был кинотаҫманы һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән һәм Республикабыҙҙы, уның мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған иң яҡшы фильм, Уны райондарҙа ғына түгел һәр мәктәптә күрһәтергә тейешбеҙ, тип белдерҙе. Ә фильм кинотеатрҙарҙа ай дауамында барасаҡ.

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде
Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә
Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе - Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар ил күләмендәге бәлә. Өфө...

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 36% күберәк.

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың...

Медицина десанты
Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?
Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола. Йыйылған ағастар...

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде
Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды. Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуы...

Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә
Синоптиктар Башҡортостан халҡын 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Иҫкесә стиль буйынса яңы йыл төнөндә, йәғни 13 ғинуарҙан 14-енә ҡарай төндә Республика биләмәһендә 33 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы...