Алтын Бишек – Зәйнәкәй

 Зәйнәкәй, йәғни Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында бик дәртле, егәрле һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Башҡортостан- 24 каналы иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһына дәррәү ҡушылыуҙары быға тағы бер дәлил. Ғәҙәттә, ауылда ҡунаҡтарҙы байрамса, ҡупшы милли кейемдәр кейеп, дәртле гармун көйөнә ҡушылып йырлап, һый-хөрмәт менән ҡаршы алалар. Күпереп бешкән икмәк, баллы сәк-сәк һәм шифалы ҡымыҙҙан ауыҙ иттереү ҙә йолаға әйләнгән. Ауыл ерендә аш-һыуҙы хужабикәләр әҙерләһә, ҡымыҙ бешеү ир-ат иңендә. Бында ла зәйнәкәйҙәр үҙҙәренең хәтәр аҡыллығы һәм зирәклеге менән таң ҡалдырҙы. Ошо күркәм йорт хужаһы Рим Нәҙершин кейәүе менән бергә ауыл кешеһенең эшен еңеләйткән ҡоролма — ҡымыҙ бешеүсе аппарат уйлап сығарған.  Хужабикә лә үҙенең оҫта ҡуллы булыуы менән дан тота. Сәбилә Нәҙершина Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылына күсеп килгәс кенә боронғо милли йолалар менән мауығып китә һәм ҡул эштәре менән шөғөлләнә башлай. Сәбилә Алмас ҡыҙы заманға яраҡлаштырып эшләгән түш биҙәүестәре менән ауылдың барлыҡ ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙарын ғына түгел, хатта ҡурсаҡтарҙы кейендерә башлаған. Оҫтабикәнең тағы бер үҙенсәлекле шөғөлө – тула һуғып, сарыҡ тегеү. Ғөмүмән, алғанда Зәйнәкәйҙәрҙең барлыҡ гүзәл заттары оҫта ҡуллылар. Мәҙәнәт йортондағы күргәҙмә бөтә йөрәк һәм зиһен көсөн һалып, илһамланып әҙерләнгәне күренеп тора. Бында түңәрәккә йөрөүсе ағинәйҙәр менән йәштәрҙең сағыу ҡул эштәре йыйылған. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының ир-егеттәре лә гүзәл заттарҙан ҡалышмай. Талантлы баһадирҙар “Егеттәр” вокаль ансамблен ойошторған. Дәртле итеп күңел асҡан кеүек, ең һыҙғанып эшләй ҙә белә, Зәйнәкәйҙәр. Алтын ҡуллы оҫталар һәр бер йортта бар тиерлек. Йәһүҙиндар ғаиләһенең йорт алдында балта тауышы тынмай. Зиннур Зәйнулла улының ҡул аҫтында тирәк ағасы яйлап ҡына айыу һынына әүерелә. Урмандар буйлап йөрөп, күңеленә ятҡан ағасты һайлап ала ла, ижад итергә тотона ул. Балта оҫтаһы ағастар тураһында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Ҡайһыныһы йомшаҡ, ҡайһыныһының төҫө матур… Ағастан эшләгән һауыт-һабаларға буяу тейҙермәй оҫта, һыу һеңмәһен өсөн етен майы ғына һөртөп ҡуя. Ошо рәүешле һәр эш ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле килеп сыға. Зиннур Йәһүҙиндең олатаһы менән атаһы билдәле балта оҫталары булған. Әммә быуындан күсә килгән һәләтте ул быйыл ғына ҡуллана башлаған.  Ә бына йорт аша ғына йәшәгән йүнсел яратҡан шөғөлөнә 30 йылдан ашыу тоғро ҡала. Кәрим Мостафин әлеге мәлдә йүгән тегеү менән мәшғүл. Ат егеү кәрәк-яраҡтарын яһау серенә ул йәш сағында уҡ ағаһынан өйрәнеп ҡала. Йәй көнө буш ваҡыт табыуы ауыр, ә бына ҡыштың оҙон төндәрендә йоҡламай эшләйем, ти ул. Кәрим Мостафин өсөн был шөғөл килем алыу ысулы түгел, ә күңел талабы. Шулай ҙа еренә еткереп, сифатлы эшләгән оҫтаға бөтә республиканан заказдар килә. Йүгән, дилбегә, ышлыя, ыңғырсаҡ, ҡамыт, сыбыртҡы — ҡулынан килгән нәмә юҡ. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә дәрт бирә, эшләгән һайын эшләге килә, ти Кәрим Мөхәммәт улы. Хужаның ишек алдында трактор ҙа ултырһа ла, йылҡы аҫрай. Атты үҙеңдең ҡулың менән эшләгән кәрәк-яраҡтар менән егеү үҙе ни тора. Әйткәндәй, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда һәр йорта тиерлек техника бар. Өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Лутовтарҙа хатта ике трактор. Әлбиттә, ун бала – биш ул һәм биш ҡыҙ үҫтергән ғаилә өсөн был ғәҙәти күренеш. Аҙбар тулы мал, баҡса тулы емеш-еләк. Ҡайһы береһенең хәҙер үҙ ғаиләләре булһа ла, ял көндәрендә, бесән мәлендә барыһы ла атай йортонда йыйыла. Раил Әҡсән улы егеттәр менән бергә бесән әҙерләһә, ҡыҙҙар баҡсала бил бөгә. “Әсәлек” даны миҙалына лайыҡ булған Зилә Шиһап ҡыҙы, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, бәлки ауыл ерендә йәшәгәнгәлер уларҙы аяҡҡа баҫтырыуы еңелерәк булды, ти. Балаларҙы кеше итеп тәрбиәләүҙә атай-әсәйҙән тыш уҡытыусы ла ҙур роль уйнай. Зәйнәкәй остаздары быны яҡшы аңлай  һәм ауыл киләсәген лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүгә, уларға төплө белем биреүгә үҙ өлөшөн дә индерә. Балалар баҡсаһына 20 бала йөрөһә, мәктәптә 79 уҡыусы иҫәпләнә. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай улар. Яңы асылған хоккей майҙансығы иһә балаларҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһаған. Спорт төрҙәренең береһе – уҡтан атыуҙы ла үҙ иткән Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол халҡы.  Өлкәне лә, кесеһе лә, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа башҡорттарҙың боронғо милли ҡоралы — уҡ-йәйә тотоп мәргәнлектә ярыша. Ике йыл эсендә ауылдың уҡсылар хәрәкәте төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап өлгөргән. “Алтын Бишек” акцияһының партнерҙары “Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре” бүләген был юлы мәктәпкә тапшырҙыҡ. Хәҙер уҡыусылар телевизорҙан башҡорт кинофильмдары, йәнһүрәттәр менән таныша аласаҡ. Әйткәндәй, мәктәп балалары тарих менән дә ҡыҙыҡһына. Ошо ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Александр Серебрянников тураһында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү йәһәтенән күп эшләнә. Уның улы Георгий Александрович Зәйнәкәйҙә йыш ҡунаҡ. Ауылда яңы ғына асылған стелла янына килеп атаһын иҫкә ала, хәтирәләре менән уртаҡлаша ул. Георгий Александрович атаһының ҡәҙерләп һаҡлаған әйберҙәрен ауылдағы тирә-яҡты өйрәнеү музейына тапшыра килә. Сөнки яҡташ-батырҙарын бында мәңге онотмаясаҡтар икәнен яҡшы аңлай. Был юлы ла ул буш ҡул килмәгән, 43 йылда Курск янындағы бәрелештәр өсөн бүләкләнгән грамотаһын, яу яланынан яҙған хаттарҙы һәм фотолар алып килгән. Ауылдың ғорурлығы – Советтар Союзы Геройы тураһында музейҙа бик күп мәғлүмәт йыйылған. Хатта уның ерләнгән урыны — Курск өлкәһенең Ольховатка ауылы янындағы туғандар ҡәберлегенән алынған тупраҡ та һаҡлана. Уны 2013 йылда Курск ҡалаҙына мәктәптән барған делегация алып ҡайта. Үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихты һаҡлаусы усаҡты, Зәйнәкәйгә килен булып төшөп, хәҙер ярты быуатҡа яғын ошонда көн итеүсе Гөлсира Исламова ойоштора. Урындағы халыҡтың йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы бөртөкләп йыйып, киләһе быуындарға мираҫ итеп тапшыра ул. Музей бәләкәй генә бүлмәлә урынлашыуына ҡарамаҫтан, бай тарих һаҡлай. Әйткәндәй, ауылдағы мәсет Хакимйән мулла исемен йөрөтә. Заманында Троицкиҙа уҡып ҡайтҡан Хакимйән хәҙрәтте Зәйнәкәйҙә имам итеп ҡуйғандар. 2010 йылда ауыл башында, тау итәгендә тирә-яҡты тағы ла йәмләндереп иман йорто ҡалҡып сыға. Уны Хакимйән мулланың ейәне олатаһы иҫтәлеге итеп төҙөтә. Мәсеттең бинаһы һәм, хатта, манараһы ла ағастан эшләнгән. Тышында “Иман ауылыбыҙға ҡайтһын” тип яҙылған һүҙҙәрҙе, һис шикһеҙ, урындағы халыҡ аҡлай — мәсет төҙөлгәндәр бирле бынан кеше өҙөлмәй, ти Юнир хәҙрәт. Шулай уҡ бында, Зәйнәкәй ауылы шәжәрәһе, тарихы менән дә танышырға мөмкин. Замананды Зәйнәкәйҙең улдары йәйләү урынын оҡшатып ошонда төпләнгәндәр. Рәсми документтарҙа был ваҡиға 1850 йылда теркәлһә лә, аҡһаҡалдар һөйләүенсә, 1812 йылда уҡ ауыл булған. Ошо ваҡыттан алып, Бәләкәй Ҡаҙҙаҡол тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып ҙурая, үҫә, йәмләнә. Һоҡланмаҫлыҡ түгел шул — ҙур булмаған ауыл ысынлап та матур урында, тауҙар ҡосағында урынлашҡан. Эргәһендә генә Миндәк йылғаһы аға, консығыштараҡ – Ҡара йылға. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол Амангилде ауылы биләмәһенә ҡарай. Бында 104 хужалыҡ бар,  бөтәһе 362 кеше иҫәпләнә. Халыҡ гөрләтеп донъя көтә. Был хаҡта ауылдың төҙөклөгө, күркәмлеге һәм таҙалығы үҙе үк һөйләп тора. Ысынлап та, һәр кем өсөн үҙенең тыуған ере иң яҡыны, иң яҡшыһы. Ауылда йәшәүселәр тыуған төйәген “алтын бишек”кә юҡҡа ғына тиңләмәйҙәр. “Алтын бишек” конкурсында еңеүсе ауылдарҙы ҙур бүләк көтә. Беренсе урынға — бәйгенең бағыусыһы “Агроспец прогресс Уфа” йәмғиәтенән трактор, призерҙарға РТРС компанияһынан телевизорҙар һәм приставкалар тапшырыласаҡ. Конкурсанттар араһынан иң-иңдәрҙе тауыш биреү ысулы менән телевизор ҡараусылар билдәләйәсәк. Башҡа төбәктәрҙә ауылдар бөткәндә, бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, киреһенсә, биләмәһен киңәйтә. Урындағы йәштәр ситкә китмәй, тыуған ауылында төпләнеп донъя көтә. Уларҙың күбеһе исеме есеменә тап килгән ошо Йәштәр урамында өй һалып ингән. Әйткәндәй, һуңғы 20 йылда ғына ауылда 40-тан ашыу йорт ҡалҡып сыҡҡан һәм уларҙың һаны артҡандан арта ғына.

 

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

1 час 33 минуты назад
Смотреть видео Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында | ГТРК «Башкортостан»

Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында

 Өфө урман-техник техникумында  республиканың “Урман хужалыҡтары  менән идара итеү" бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус курстар башланды.  Әҙерлек дәрестәре “Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында"  проекты сиктәрендә Президент грантына бойомға ашырыла. “Урман күҙәтеүсеһе -...

1 час 33 минуты назад
Смотреть видео Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша

Балалар өсөн уйын майҙаны менән музыкаль фонтанды иһә техник асыу сараһы үтте. Бейектән был майҙан балалар конструкторын хәтерләтә. Уйынсыҡ йорттар, ҡом тауҙары, һары трактор, кран. Ҡала үҙәгендә йәйелгән төҙөкләндереү күләмен тик эшселәр аныҡ һынландыра. Был хәрәкәттәр бер-ике аҙна элек булһа,...

1 час 34 минуты назад
Смотреть видео Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя? | ГТРК «Башкортостан»

Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя?

Республикала өс аҙна элек короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар ҡабаттан ошо уҡ процедураны үтте. Вакцинаның тәүге дозаһын яһатыусылар үҙҙәрен нисек тоя? Был прививканы һәр кем эшләтә аламы?Вакцинация эшләтер алдынан пациенттың тән температураһы, киҫкен вируслы репиратор инфекцияға...

1 час 35 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған

Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 415 осрағы теркәлгән.  9 мең 374 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 50 кеше һәләк булған. Белгестәр битлек режимы һаҡланыу тураһында тағы ла бер...

1 час 38 минут назад
Смотреть видео Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай

Коронавирус менән ауырыған табиптарҙың һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биргәндә бюрократияға юл ҡуйырға ярамай. Премьер-министр Андрей Назаров тейешле ведомстволарға шундай күрһәтмә бирҙе. Хөкүмәт президиумы ултырышында бындай документтарҙы алыуҙы берҙәм итергә...

1 час 39 минут назад
Смотреть видео Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға

Өфөлә дәүләт органдары автопаркынан медицина учреждениеларына ярҙамға ваҡытлыса автомобилдәр йүнәлтелгән. Бынан алда министрҙарҙы йөрөтөүсе водительдәр хәҙер табиптарҙы сирлеләрҙең  өйөнә алып бара. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре үҙгәрештәр кисерҙеме? Телефон бер минутҡа ла тынмай. Пандемия...

27 октября 2020
Смотреть видео Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла | ГТРК «Башкортостан»

Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте.  Был тәҡдимде Республика башлығы Радий Хәбиров та хупланы. Әлегә диспансеризация һәм...

27 октября 2020
Смотреть видео Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал

Башҡортостанда айырым ҡатлам граждандар өсөн тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап хроник сирле өлкән йәштәгеләр һаулығы өсөн борсолоуы тураһында белдерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта бар яҡлап улар өсөн уңайлы...

27 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 330 осрағы теркәлгән.  Әлеге ваҡытта 189 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу кеше һауығып сыҡҡан.

27 октября 2020
Яндекс.Метрика