Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Был һүҙҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында атай-әсәйһеҙ ҡалған биш ейәнсәрен тәрбиәгә алған ҡатын өсөн тормош девизына әйләнгән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул балаларға тейешле белем  алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ла тырыша. Был эштә уға волонтерҙар ярҙамға килгән. Людмила Хәбибуллинаның һәр көнө тиерлек бәләкәс ейәнсәрҙәренә әкиәт уҡыуҙан башлана. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, тиҙәр бит, ни сәсһәң шуны алырһың. Шуға ла бәләкәстәремдең күңеленә мәрхәмәтлек, изгелек һеңдереп ҡалдырырға теләйем, ти Людмила Александр ҡыҙы. Төрлө сәбәптәр арҡаһында әсәй-атайһыҙ ҡалған 5 ейән-ейәнсәрҙе, балалар йортона эләкмәһендәр өсөн, оло йөрәкле өләсәй үҙ ҡанаты аҫтына ала. Фатир бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла урын етә, иң мөһиме күңел йылыһы етһен, ти ул.Ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләшергә «Яҡын кешеләр» проектында  ҡатнашыусы ирекмәндәр ҙә оло теләк менән йөрөй. Есения Башҡорт Дәүләт педагогия университетының 4-се курс студенты. Бында ул 5-се класта уҡыусы Евгенияға инглиз телен өйрәтергә килә. Ғаилә менән буласаҡ белгес  ике йыл элек таныша. Аҙнаһына ике тапҡыр килеп ҡыҙға сит телде өйрәнергә ярҙам итә. Инглиз телен бығаса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән ҡыҙ, хәҙер матур итеп уҡый, яҙа белә. Үҙенең белемен туғандары менән дә уртаҡлаша. 2018-се йылда Светлана Исхаҡова етәкселегендә барлыҡҡа килгән хәйриә фонды тиҫтәләгән ғаиләгә ярҙам итеп өлгөргән. Бында Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттары студенттары йәлеп ителә. Хәйриә фонды ойошторған проектта ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар үҙҙәре ярҙам иткән ғаиләләрҙең хәлен даими белешеп тора. Ыңғай үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булырға тейеш улар.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Смотреть видео Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә

Синоптиктар Башҡортостан халҡын 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Иҫкесә стиль буйынса яңы йыл төнөндә, йәғни 13 ғинуарҙан 14-енә ҡарай төндә Республика  биләмәһендә 33 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал.  Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика