Тракторҙы кем отор?

Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек акцияһына Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы ла ҡушыла. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова  урындағы халыҡ менән осрашҡас, Яңы Мораптал мотлаҡ беренсе урын алырға тейеш тигән уй менән ҡайтты. Әммә быны телевизор ҡараусылар хәл итәсәк. Сюжет ҡарағандан һуң һеҙҙе  Хәйерле иртә, республика тапшырыу студияһында Яңы Морапталдар менән осрашыу көтә.   Ҡояш ҡалҡыу менән, һәр ауылдағыса, Яңы Морапталда ла тормош йәнләнә. Төҙөк йорттар, тигеҙ урамдар. Ауылдары — кәрәҙ, ә кешеләре – бал ҡорттары, гүйә.200-ләп умарта тотҡан һәм һәр йәй һайын 10-13 тонналап бал алған хужаларҙы нисек егәрле түгел, тиерһең?  Балаларҙы бәләкәйҙән һөнәрле итеп үҫтереүҙе төп маҡсаттары итеп ҡуйған Рәсилә Һәм Рәис Шәмсетдиновтарҙың өс улы  балыҡ үрсетеү мәшәҡәттәрен дә ата-әсәһе менән бергә күтәрә.Сәскәгә төрөнгән был йорт хужалары  билдәле йырсы Рөстәм Ғәлиевтың атаһы менән әсәһе. Яңы Мораптал ауылы халҡының баҡсаларында емерелеп уңыш өлгөрә, хеҙмәт аша тәрбиә күреп үҫә балалар, тырышлыҡтың һөҙөмтәле булыуына бәләкәй саҡтан төшөнә. Сәләмәт тормош һәм спорт ҡаҙаныштары  менән дә Яңы Морапталдар маҡтана ала. Ҡайһы ғына йортҡа инмә, селтәрләнеп бешкән ҡоймаҡтар, һөт ризыҡтары, бәлештәрҙән өҫтәлдәр һығылып тора – көн дә ҡунаҡ көтәләрме ни. Ә кәртә-ҡуралар бәйге өсөн махсус төҙөлгән тиерһең. Йәштәр тап шундай ағай, апайҙарынан өлгө алып, ҡотло ғаиләләр ҡора. Хәбәрсе. Булыр бала биләүҙән. Улы атаһына ярҙам иткән арала, әсә менән ҡыҙ ҙа тик тормай. Рита ауылдаштары өсөн матурлыҡ салонын асҡан.Йәштәр бер борсолоуһыҙ ғаилә ишәйтә, сөнки ауылда балалар баҡсаһы эшләй. Балалар баҡсаһында тәрбиә алып сыҡҡан бәләкәстәр артабан мәктәптә рух нығыта. 100 йәшен билдәләгән уҡыу йортонда быйыл  кадет класы асылған. Бында 216 уҡыусыға 29 уҡытыусы белем бирә, мәктәптең ике филиалы — башланғыс мәктәптәр бар.Мәктәп ихатаһындағы спорт майҙансығында балалар физик сынығыу ала.Спортсыларҙан бер аҙ арыраҡ  ҡыҙҙар-малайҙар заманса бейеүҙәр өйрәнә. Кесене туғаным, тип күреп йәшәгән ауыл халҡы ололарға ла ихтирам менән ҡарай. Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан Мәғрифә инәй Таңатарова ла, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғөбәй Төхфәт улы Нафиҡов та тап Яңы Морапталда йәшәүенә һөйөнә. Ауылдаштарының тыныс тормошо өсөн Ғөбәй олатай 17 йәшендә фронтҡа китеп, Кореяла япондарға ҡаршы һуғыша. 50-се йылда тыуған ауылына ҡайтып, сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша. Яугир тракторсы һөргән 1500 гектарҙан ашыу баҫыуҙарҙа әле  лә иген үҫтерә ауыл уңғандары. Һәр кем дә бәхетле Яңы Морапталда. Урамдар төҙөк, тәбиғәт матур.Бынан бер нисә аҙымда ғына ятҡан Юшатыр йылғаһының бер яҡ ярында Яңы Мораптал ауылының тәүге урамы — Киров урамы барлыҡҡа килә. Саман өйҙәр янында беренсе ағас йорт та тап ошо урамда ҡалҡып сыға. Ғөмүмән, Киров исеме менән ауыл тығыҙ бәйле. Урындағы хужалыҡ та уның исемен йөрөтә һәм бер быуатҡа тиң арауыҡта гөрләп эшләй, райондағы алдынғы хужалыҡтарҙың береһе була.Колхоз, совхоздар тарҡатылған, мөлкәте таратылған ваҡытта Киров хужалығы кооперативҡа ойошоп, бөтә булған тиерлек йүнәлештәрҙә лә эшмәкәрлекте һаҡлап ҡала ала. Иң мөһиме – ауылдағы халыҡ эшһеҙ түгел. 300-гә яҡын хеҙмәткәр тырышып эшләй бында. Заманса  ҡоролмалар  төҙөлә. 25 йыл бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында булған «Ынйылар» халыҡ фольклор ансамблендә  Яңы Мораптал апайҙары ла  йырлай. Тағы ла ауыл мәҙәниәт йортонда «Умырзая» фольклор ансамбле эшләп килә. Улар килен төшөрөү, ҡарға бутҡаһы, сәк-сәк байрамдарын үткәрә, юбиляр парҙарҙы, йәштәрҙе тәбрикләүҙә ҡатнаша. Яңы Морапталдарҙың йәшәйеше ихласлыҡҡа ҡоролған. Ситтән ярҙам көтөп ятмай улар, ә мөмкинлектәрҙе үҙҙәре булдыра. Ижади коллективтарға сәхнә кейемдәрен урындағы оҫталар тегә. Ауыл етәкселәренән уңған. Колхоздың тәүге рәйесе Әфтәх Ишмаев өлгөһөндә, киләһе рәйестәр һәм башлыҡтар ҙа фиҙәҡәр хеҙмәт итә ауылдаштарына. 60-сы йылдарҙа уҡ  урамдарға асфальт түшәлеүе лә, әлеге ваҡытта почта бүлексәһенең, һаҡлыҡ банкының, фельдшер-акушерлыҡ пунктының да булыуы – тап шул йүнселлек һәм тырышлыҡ  күрһәткесе.Мәсеттә дини дәрестәр ойошторолған. Унда  ололар ҙа, бәләкәстәр ҙә йөрөй.Яңы Морапталдан күренекле шәхестәр сыҡҡан. Улар тураһында мәғлүмәт 1988 йылда элекке дарыухана бинаһында  асылған музейҙа һаҡлана. 1995 йылда уға Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелә. Халыҡ дошманы булараҡ бөйөк композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре  тураһында бөтә мәғлүмәт юҡ ителә. Музей өсөн  экспонаттарҙы Үзбәкстандан алып ҡайталар. Үткәнен ихтирам итеп, киләсәген хәстәрләп донъя көтә Яңы Морапталдар, ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн мөмкин булған бөтә проекттарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша.Екатерина икенсе төҙөгән юл Башҡортостандың көньяҡ ҡапҡаһы — Яңы Морапталға  алып килә. Юлсыларҙың күҙ яуын алып торған ауыл шулай иртә таңдан, ҡара кискәсә ҡайнап йәшәй. Ә  кешеләре күкрәк тултырып бәхет менән тын ала, һәр башланғыстарының уңышлы булыуын юрай. Алтын бишек бәйгеһенең дә финалына сығып, еңеү яулап, төп бүләкте — “Агроспец прогресс Уфа” йәмғиәте тәҡдим иткән тракторҙы оторға ниәтләй.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

3 часа 6 минут назад
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

3 часа 8 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

3 часа 8 минут назад
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

3 часа 8 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

3 часа 8 минут назад
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

3 часа 8 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

3 часа 8 минут назад
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика