7 йәшлек Ева Гулинаға ярҙам талап ителә

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, “Русфонд” хәйриә фонды һәм “Комсомольская правда” гәзите менән берлектә изгелек  марафонын дауам итә. 2013 йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 41 бала 9 миллион  һумдан ашыу ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 7 йәшлек Ева Гулина ла шулар рәтендә. Ете йәшлек Еваға әсәһе етеҙ хәрәкәттәр эшләүҙе ҡырҡа тыйа. Сөнки күптән түгел уның тыумыштан йөрәк сиренә дусар икәне асыҡланған.  Хәҙер уға яратҡан балалар майҙансығын урап үтергә тура килә. Мәктәпкә барыр алдынан медицина тикшереүе үткәндә генә асыҡланған был диагноз ата-әсәне аптырауға һала.  Табиптар ҡуйған диагноздан һуң Гулиндарҙың көнитмеше ҡырҡа үҙгәрә. Ғаилә башлыҡтарына дүрт айлыҡ сабыйҙары менән бер рәттән, ете йәшлек ҡыҙҙарына ла күҙ ҡолаҡ булырға тура килә. Хәҙер Ева күберәк өйҙә ултыра, телевизор ҡарай. Теремек ҡыҙға бер урында ғына ултырырға кескәй һеңлеһе ярҙам итә, Ева уға алданып өйҙә уйнай. Ева бер аҙна элек кенә парта артына ултырған. Әлегә мәктәптәге яҙыу-һыҙыу эштәре еңел бирелә, әммә артабан ҡыҙға ҡатмарлы буласаҡ, тип хафалана әсә. Ҡыҙҙың йөрәге ҙур көсөргәнеш менән эшләй, организмына кислород етмәй. Уға ашығыс рәүештә операция талап ителә. Республика кардиология үҙәге табиптары уны бушлай яһарға әҙер. Әммә эндоваскуляр операцияны эшләү өсөн махсус прибор кәрәк. Уның хаҡы — 339 200 һум.  Ата-әсәнең яҡын арала был окклюдерҙы һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Гулиндар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларыбыҙға мөрәжәғәт итә. Еваның сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Бының өсөн 5542 һанына латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин, әгәр телефон операторҙары һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ баланың яҙмышын үҙгәртер, уның ябай ғына теләктәрен тормошҡа ашырыр. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика