Төҙөлөш эштәрен туҡтатығыҙ, ергә сикләү һалынған

Өфө эргәһендәге яңы төҙөлгән ҡасабала йәшәүселәр бөтөнләй йортһоҙ һәм ерһеҙ ҡалыуы ихтимал. Яңы ҡасабаның исеме лә бар – Булгаков баҡсаһы, әммә һатып алынған йорттарға һәм ер биләмәләренә сикләү һалынған. Хәҙер халыҡ бында төҙөлөш эштәрен бөтөнләй башҡара алмай. Булгаков баҡсаларында ошондай 40 йорт төҙөлгән. Был йорттарҙа йәшәүселәр йәшәү урындарын рәсми теркәгән, әммә үҙҙәренең ер биләмәләрендә бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәрен башҡара алмаясаҡ. Неля Байсарина 2 йыл элек йорт һатып ала һәм Булғаҡов баҡсаларында иң беренселәрҙән булып төпләнә. Йорт та, ер ҙә үҙ милкендә, бөтә документтар ҙа бар, ғаиләнең берҙән-бер йәшәү урыны. Һатып алғанда бер-нисә йылдан ҡатмарлыҡтар килеп сығыр, тип бер ҙә уйламай ҡатын. Винер Миңлеәхмәтов Булғаҡов баҡсаларында 6 сутый ер һатып алған. Әле ваҡытлыса бәләкәй йортта йәшәйҙәр, киләсәктә был йорт мунса булып ҡалырға, ә эргәлә ҙур өй ҡалҡып сығырға тейеш ине, ти Винер. Бер йыл элек нигеҙ һалынған, әммә йорт төҙөлмәй. Булгаков ауылы эргәһендәге коттедж ҡасабаһында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡайһы берҙәр сит яҡтарҙан күсеп ҡайтҡан, күптәре өсөн берҙән — бер йәшәү урыны. Әммә улар һатып алған  ерҙәрен дә, йорттарын да рәсми теркәй алмай. Был ерҙәргә сикләү һалынған.Ер биләмәләре баштан уҡ ауыл хужалығы ҡулланышы өсөн тәғәйенләнгән булған. Ә халыҡҡа йорт һалыр өсөн һаталар. Алдан вәғәҙә иткән асфальт юлдар, балалар өсөн ойошмалар, магазиндарҙың бөтөнләй төҙөлмәүе ихтимал. Хәҙер иһә Өфө районы прокуратураһы ерҙең элекке статусын ҡайтарыуҙы талап итә. Контроль-иҫәп палатаһы Өфө районы хакимиәтенә ауылдың генераль планына үҙгәрештәр индерергә ҡушҡан. Ерҙәрҙе баҡса ойошмаһы булараҡ ҡулланыуға  тапшырыу законға ярашлы түгел, тип билдәләй район прокуратураһы. Район прокуратураһының муниципалитет менән суд эштәре дауам итә. Мәсъәлә әлегә һаулала эленеп ҡала. Халыҡ нимә эшләргә тейеш? – был һорауға Өфө районы хакимиәте әле аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Халыҡ  көтөргә мәжбүр.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

2 часа 6 минут назад
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

2 часа 7 минут назад
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика