Алғаны кем артҡа һөйрәй?

Башҡала хакимиәте маршрут автобустары водителдәре менән көрәшеүен дауам итә. Сөнки ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшергә теләүсе пассажирҙарҙы битәрләү осраҡтары бар. Һуңғы ваҡыт халыҡтан килгән ялыуҙарҙың күбәйеүен күҙ уңында тотоп урындағы хакимиәт транспорт компаниялары менән эшлекле осрашыу ойошторҙо. Шәхси маршруттарҙа билет бирмәгәндәренә беҙ күптән өйрәнеп бөткәнбеҙ. Күптәр быға ихтибар итмәй, ә бәғзе берәүҙәр водителгә был уңайһыҙ, тип уның яҡлы.Ә был маршрут автобусының водителе эленеп торған төргәккә ишаралап, кәрәкһә пассажирҙар үҙҙәре билетты йыртып ала, ти.Башҡалала транспорт өсөн яуаплы Илдар Юланов әйтеүенсә, был билеттар күптән ғәмәлдән сыҡҡан. 2019 йылдың июленән Федераль ҡануниәткә ярашлы, бөтә автобустарға ла терминалдар ҡуйылған. Тимәк, пассажир карта ҡулланһа ла, ҡулаҡса менән түләһә лә касса аппараты билет баҫтырырға тейеш.Шәхси автобустарҙа терминал ҡулланырға теләмәүҙең сәбәптәре аңлашыла, ти эксперттар. Водителдәр тулы килемде күрһәтеүҙән ҡаса. Автобуста ҡуйылған хаҡ билеттағы менән тап килмәүе лә тап шул хаҡта һөйләй.Ошондай ялыуҙар хакимиәткә, башлыса, 239 һәм 272 маршруттарға ҡағылышлы килә. Ул ғына ла түгел һаман да түләү карталарын ҡабул итмәгән автобустар бар. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала транспорты предприятиеһы етәкселеге ҡаланың пассажирҙар йөрөтөүсе ойошмалары менән үткәргән йыйылышында ҡәтғи рәүештә, билетһыҙ пассажирҙар булмаҫҡа тейеш, һалымдан ҡасырға теләү киләсәктә эшҡыуарҙарҙың эшенә тик кире йоғонто яһаясаҡ, тип белдерҙе. Көсөргәнешле һөйләшерүҙәрҙән һуң уртаҡ фекергә килгәндәй булдылар. Хәҙер маршрут хужаларына барыһын да үҙҙәренең водителдәренә аңлатаһы ҡалды.Төбәк башлығы Радий Хәбиров транспорт тармағында тиҙ арала тәртип булдырырға ҡушты. Сөнки һалымдарға күҙ һалғанда, үткән йыл шәхси пассажир йөрөтөүселәр 11 миллион һум ғына түләгән. Быйыл хәл үҙгәрергә тейеш. Әммә терминалды ҡулланырға теләмәүселәр һаман да бар.Һалым хеҙмәте идаралығы үткән аҙнала бөтә республика буйлап  пассажир йөрөтөүселәрҙе тикшерҙе һәм бихисап етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Күп осраҡта водителдәр терминалдары булған хәлдә лә уны ҡулланмаҫҡа тырыша, хатта ҡабыҙмай. Тимәк, килем бер нисек тә теркәлмәй.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

1 час 7 минут назад
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

1 час 9 минут назад
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика