1 октябрҙән бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.

Торлаҡ йорттарҙа хостелдар булмаясаҡ, һалымдар күәлме үҙгәреше, юл-транспорт  фажиғәләрен теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре һәм тәмәкеселәргә ҡағылышлы яңы сикләүҙәр. Рәсәйҙә 1 октябрҙән ошо һәм башҡа бихисап ҡануниәттәрҙә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Балконда тәмәке тартырға яраймы-юҡмы? Һуңғы көндәрҙә ҙур бәхәс тыуҙырған ошо һорау янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә бәйле. Уға ярашлы, 1 октябрҙән торлаҡ йорттарҙың балкон һәм лоджияларында усаҡ яғыу, асыҡ ут сығанаҡтары менән ҡулланыу тыйыла. Ысынлап та, ут менән ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү аяныслы осраҡтарға килтереүе ихтимал. Тәмәке төпсөгөнән, йә уның осҡононан  ут сыға ҡалһа, тәмәкесегә 3 меңдән алып 5 меңгә тиклем штраф һалына. Ә янғында кешенең ғүмере өҙөлһә, енәйәти яза ҡаралған. Шулай уҡ,  ай башынан Торлаҡ кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер күп фатирлы йорттарҙа ҡунаҡхана йә хостел асыу өсөн торлаҡ бинаны кеше йәшәмәгән урын итеп үҙгәртергә кәрәк. Өҫтәүенә, ул беренсе ҡатта урынлашырға һәм айырым инеү урыны булырға тейеш. Октябрҙән ғәмәлгә ингән тағы ла бер нисә яңылыҡ. Европротокол буйынса ҡайтарылған аҡса күләме 400 мең һумға тиклем арттырыла. Төп шарт -  аварияла ҡатнашыусы  автомобилдәр һаны икенән артмаҫҡа, транспорт сараһы ғына зыян күрергә һәм ОСАГО полисы булырға тейеш. Әммә аварияны мобиль ҡушымта, йәки глонасс системаһы ярҙамында теркәргә кәрәк.  Бюджет өлкәһендә эшләүсе  ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 4,3%-ҡа арта. Улар иҫәбендә тәрбиәселәр, юристар, бухгалтерҙар, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ, фән һәм социаль тармаҡ, метеохеҙмәттәр, медик-социаль экспертиза, Роспотребнадзор, ҡотҡарыусылар һәм башҡа бюджет учреждениела эшләүселәр.  НДС ставкалары ла үҙгәрә. Пальма майына өҫтәмә хаҡҡа һалым күләме 10-дан 20%-ҡа тиклем арта, ә емеш-еләккә, киреһенсә, 10%-ҡаса төшә. Кредит өлкәһендә лә яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә. Бынан ары торлаҡты тик банктарға һәм профессиональ кредиторҙарға ғына залогка һалырға мөмкин буласаҡ. Ошондай уҡ талап ипотека займдарына ҡағыла. Йәғни банктар, кредит ҡулланыу кооперативтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ғына фатир йә йортто залог иҫәбенә теркәп үтескә аҡса бирә ала. Был тәү сиратта мутлашыусыларҙан һаҡлау өсөн эшләнә. Рәсәйҙә микрофинанс ойошмаларының кемдеңдер берҙән-бер йәшәр фатирын залогҡа алып уны алдаҡ юл менән тартып алыу осраҡтары бихисап. Яңы закон быларҙы тулыһынса иҫкәртергә тейеш. Тағы бер яңылыҡ кредит биреүгә бәйле. Хәҙер ғаризаны ҡарағанда физик шәхестәрҙең килеме иҫәпкә алынасаҡ. Телевизор ҡараусыларҙы ла октябрь айында ҙур яңылыҡ көтә. Республикала аналог телевидениеһы тулыһынса бөтөрөлә. Шуныһы ҡыуаныслы, “Рәсәй 1 Башҡортостан” һәм “Рәсәй 24 Башҡортостан” каналдары беренсе мультиплексҡа ингән. Тимәк, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы һеҙ артабан да юғары сифатта, цифралы форматта ҡарай алаһығыҙ.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

2 часа 17 минут назад
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

2 часа 18 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

2 часа 18 минут назад
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

2 часа 18 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

2 часа 18 минут назад
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

2 часа 18 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

2 часа 18 минут назад
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика