Башҡорт ихаталары программаһы Октябрьскийҙа нисек үтәлә?

Алты йылған иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Әле Октябрьский ҡалаһында биш ихатала эштәр тамамланған, ҡалған икәүһе октябрь урталарында әҙер булыр тип көтөлә. Урындағы халыҡ яңы төҫ алған ихатаға ҡәнәғәтме? Алина Хажиева кескәйҙәре менән күрше ихатала урынлашҡан балалар майҙанына көн һайын сыға. Бында сабыйҙарға оҡшай, улар кискә тиклем уйнайҙар, бер-береһе менән аралашалар, тип ҡыуана йәш әсә.  Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһында  Октябрьский ҡалаһы ла әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың күп ихаталарында балалар майҙансығы менән берлектә  машина ҡуйыу урыны ла юҡ ине, тип хәтерләй урындағы халыҡ. Бынан алдағы йылдарҙа был урында ағастар үҫеп ултырған, балаларға уйнау урыны бөтөнләй булмаған. Хәҙер күренеүенсә, ихата алды кескәйҙәр тауышына күмелгән, улар өсөн бында бөтә мөмкинлектәр бар. Юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртытыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү – “Башҡорт ихаталары” программаһының төп маҡсаты. Октябрьский ҡалаһында быйыл бөтәһе ете ихатала ремонт эштәре башҡарыу бурысы ҡуйылған. Биш ихата тулыһынса әҙер, ә ҡалған икәүһен октябрь урталарына тиклем тамамлау күҙаллана. Әле эшселәр ихатала асфальт түшәй, машиналар ҡуйыу урындары әҙерләй. Урындағы халыҡ “Башҡорт ихаталары” программаһына инеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ихата икенсе төҫ алды, ти улар. Заман талаптарына яуап биргән балалар майҙансығы үҫмерҙәр өсөн дә тәғәйенләнеп эшләнелә. Хәҙер теләгән һәр кем ихатала уҡ волейбол, баскетбол уйындарын ойоштора ала. Программала ҡатнашыр өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципалитетҡа ебәрергә тейеш. Ҡабул ителгән ғаризаларҙы комиссия ҡарай. Эш башлар алдынан, урында йәшәүселәрҙең дә теләге мотлаҡ иҫәпкә алына. “Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Программа  2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Быйыл төбәктә 480 ихата төҙөкләндерелһә, 2024-се йылға тиклем бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү бурысы тора

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тарих менән киләсәкте бәйләп | ГТРК «Башкортостан»

Тарих менән киләсәкте бәйләп

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы

Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ  Нәфисә Кинйәбаева ҡараны...

1 час 21 минута назад
Смотреть видео Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы | ГТРК «Башкортостан»

Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында...

1 час 22 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды

Мәскәүҙә, мәғлүмәт технологиялары, киң күләм коммуникациялар федераль хеҙмәтендә үткән конкурста “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына ингән Башҡортостан 24 телеканалы еңеүсе тип танылды. Яңы мөмкинлектәр һәм конкурс һөҙөмтәләре тураһында “Башҡортостан” дәүләт...

1 час 22 минуты назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар...

1 час 23 минуты назад
Смотреть видео Яңы төр операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы төр операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының...

1 час 24 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта.

Ошо сәбәпле урамға сыҡҡанда, кибеттәргә барғанда мотлаҡ битлек кейергә кәңәш ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Өфөлә предприятиеларҙа әле КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле...

1 час 24 минуты назад
Смотреть видео Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “...

1 час 25 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Яндекс.Метрика