Тракторҙы кем отор?

“АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы яңы, заманса, универсаль траткорҙар тәҡдим итә. Сүмесле тейәгестәр, төрлө тракторҙар, баҫыуҙарҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән техника донъя баҙарында ҡулланыусылар ышанысын яулаған. Рөстәм Хәйретдинов Русич тракторына күптән күҙ һалған. Ауыл өсөн был техника иң уңайлы һәм кәрәкле. Ер һөрөү, баҡса эштәре, бесән эшләү. Ғөмүмән ауылдағы бар эш өсөн бер техника, ти, ул. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы ауыл хужалығы техникаһы менән 3 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ошо ваҡыт арауығында ул төрлө хужалыҡтарҙың ныҡлы ышанысын яулап өлгөргән. Ҡытайҙа етештерелгән был трактор үҙенең аналогтарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ, ә сифаты буйынса башҡаларҙан берҙә ҡалышмай. Бәләкәй крәҫтиән-фермер хужалығы булһынмы, шәхси йорт эштәре өсөн дә ул алыштырғыһыҙ ярҙамсы. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы вәкилдәре билдәләүенсә, һәр һатылған техника өсөн махсус страховка ла ҡаралған. Бынан тыш, ҡулланыусы йыл дауамында техникаға ҡағылған һорауҙар буйынса компанияға мөрәжәғәт итә ала.Баҡса һөрөү, бесән сабыу, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм әлбиттә баҫыу эштәре. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы вәкилдәре әйтеүенсә, был техника ҡулланыусылар ышанысын яулап, иң яҡшылар рәтенә баҫҡан. Мәҫәлән, был заманса, универсаль тракторҙа водитель өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған һәм иң мөһиме уның менән идара итеү бер ҡыйынлыҡта тыуҙырмай. Ҡеүәтле машиналарҙан тыш, “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы ҡулланыусылар өсөн шулай уҡ бесән әҙерләү, иген киптереү өсөн һәм ғөмүмән хужалыҡта кәрәкле башҡа ҡоролмалар  тәҡдим итә. Башҡортостандан тыш заманса, универсаль тракторҙар илдең башҡа төбәктәрендә лә ҙур ихтияж менән ҡулланыла. Күрше илдәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Ғөмүмән, предприятиела алып барылған сәйәсәт бында һатылған техниканың юғары сифатлы булыуына һәм уны туҡтауһыҙ камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Был бар техниканы Өфөнөң Пугачев урамындағы 250 кәсер 2 адресы буйынса таба алаһығыҙ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика