Башҡорт ихаталары программаһы Октябрьскийҙа нисек үтәлә?

Алты йылған иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Әле Октябрьский ҡалаһында биш ихатала эштәр тамамланған, ҡалған икәүһе октябрь урталарында әҙер булыр тип көтөлә. Урындағы халыҡ яңы төҫ алған ихатаға ҡәнәғәтме? Алина Хажиева кескәйҙәре менән күрше ихатала урынлашҡан балалар майҙанына көн һайын сыға. Бында сабыйҙарға оҡшай, улар кискә тиклем уйнайҙар, бер-береһе менән аралашалар, тип ҡыуана йәш әсә.  Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһында  Октябрьский ҡалаһы ла әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың күп ихаталарында балалар майҙансығы менән берлектә  машина ҡуйыу урыны ла юҡ ине, тип хәтерләй урындағы халыҡ. Бынан алдағы йылдарҙа был урында ағастар үҫеп ултырған, балаларға уйнау урыны бөтөнләй булмаған. Хәҙер күренеүенсә, ихата алды кескәйҙәр тауышына күмелгән, улар өсөн бында бөтә мөмкинлектәр бар. Юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртытыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү – “Башҡорт ихаталары” программаһының төп маҡсаты. Октябрьский ҡалаһында быйыл бөтәһе ете ихатала ремонт эштәре башҡарыу бурысы ҡуйылған. Биш ихата тулыһынса әҙер, ә ҡалған икәүһен октябрь урталарына тиклем тамамлау күҙаллана. Әле эшселәр ихатала асфальт түшәй, машиналар ҡуйыу урындары әҙерләй. Урындағы халыҡ “Башҡорт ихаталары” программаһына инеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ихата икенсе төҫ алды, ти улар. Заман талаптарына яуап биргән балалар майҙансығы үҫмерҙәр өсөн дә тәғәйенләнеп эшләнелә. Хәҙер теләгән һәр кем ихатала уҡ волейбол, баскетбол уйындарын ойоштора ала. Программала ҡатнашыр өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципалитетҡа ебәрергә тейеш. Ҡабул ителгән ғаризаларҙы комиссия ҡарай. Эш башлар алдынан, урында йәшәүселәрҙең дә теләге мотлаҡ иҫәпкә алына. “Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Программа  2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Быйыл төбәктә 480 ихата төҙөкләндерелһә, 2024-се йылға тиклем бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү бурысы тора.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика