Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядына – 31 йыл

Башҡортостандың Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды ойошторолоуға 31 йыл тулды. Ошо уңайҙан Росгвардияның Өфө подразделенияһында асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды. Тантаналы сарала уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары һәм ветерандар ҡатнашты. Һәр хеҙмәткәр нимәлер өсөн яуап бирә. Мәҫәлән, быларҙың береһе снайпер, икенсеһе күҙәтеүсе һәм мәғлүмәт биреүсе, дүртенсеһе урамда тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Ә Айҙар исемлеһенә бейек йорттар ҡыйығында, йә тау-таш араһында ҡуйылған бурысты үтәргә тура килә.

Бының өсөн көс кенә түгел, таҫыллыҡ та талап ителә. Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды 1988 йылда ойошторола. Ошо ваҡыттан алып улар тәртип һағында тора, халыҡтың именлеген тәьмин итә. Бында әле лә ветерандарҙы хөрмәт итәләр һәм элек-электән килгән йолаларҙы һаҡлап киләләр. Сараға Башҡортостан мәктәптәре һәм кадет корпустары тәрбиәләнеүселәре саҡырылды. Росгвардия вәкилдәре уларға ҡорал һәм хеҙмәте тураһында бәйән итте. Бынан тыш, хәрби техника күргәҙмәһе ойошторолдо.

Махсус бронялы Булат автомобиле Камаз нигеҙендә эшләнгән. Бында 10 кеше һыя. Техника хеҙмәткәрҙәрҙе пуля һәм ярсыҡтарҙан һаҡлай. Автомобилде ваҡытында Өфө хакимиәте бүләк итә. Ул Кавказ төбәгендә 1 йыл хәрби командировкала була һәм Башҡортостан хоҡуҡ һаҡсыларының именлеген тәьмин итә. Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд барлыҡ төбәктәрҙә һәм ҙур ҡалаларҙа бар. Башҡортостан отряды башҡалары кеүек Төнъяҡ Кавказ биләмәһенә даими командировкаға бара һәм бында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү буйынса эш алып бара.

Хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн яңы званиелар алды һәм дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Һәр ваҡыт күнекмәләр уҙғарыу, физик һәм һөнәри яҡтан  камиллашыу – талап ҡына түгел, ә Омон хеҙмәткәрҙәренең йәшәү рәүеше. Уларҙың эше яуаплы, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та. Сөнки, Росгвардия вәкилдәренә ҡатмарлы шарттарҙа бурысты үтәргә тура килә.

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала  Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта  Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның  дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш...

3 декабря 2020
Смотреть видео Йәшәү минимумы кәмене | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү минимумы кәмене

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум,...

3 декабря 2020
Смотреть видео Үлемесле һунар | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле һунар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер...

3 декабря 2020
Смотреть видео Робот - медик | ГТРК «Башкортостан»

Робот - медик

Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна...

3 декабря 2020
Смотреть видео “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр? | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды.   “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән  төбәктә...

3 декабря 2020
Смотреть видео Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы  осраҡтарын теркәй | ГТРК «Башкортостан»

Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй

Бөгөнгә ҡарата республикала  COVID-19  менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар...

3 декабря 2020
Смотреть видео Башҡортостандың татлы ризыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың татлы ризыҡтары

Бөгөн “Рәсәй тәме” федераль конкурсы тамамлана. Был ярыш һәр төбәккә хас булған милли ризыҡтарҙы үҫтереүгә бәйле. Конкурсҡа Башҡортостан 26 позиция буйынса үҙ тауарын тәҡдим итте. Улар араһында башҡорт балы, талҡан, бауырһаҡ, дөйәғош ите, ҡаҙы, ҡаҡланған ҡаҙ һәм башҡалар бар. Рейтинг таблицаһы көн...

2 декабря 2020
Смотреть видео Изге йән | ГТРК «Башкортостан»

Изге йән

Өфөлә йәшәгән пенсионер  балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәр яңы йыл алдынан бүләктәр тапшыра. Сабыйҙар өсөн аҡсаны ул урамда, баян уйнап эшләй

2 декабря 2020
Смотреть видео Енәйәтсегә хаҡлы яза | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсегә хаҡлы яза

Өфөлә 22  йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул кеше үлеменә алып килгән енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә ине

2 декабря 2020
Смотреть видео Яңы томограф ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы томограф ярҙамы

Өфө табиптары кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа яңы технологиялар ҡуллана. Республиканың онкология үҙәгенә яңы томограф ҡайтарылды

2 декабря 2020
Яндекс.Метрика