Икмәк бешереү оҫтаһы Мәскәүгә

 “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан  тармаҡты цифралаштырыу өлгөләрен күрһәтәсәк. Алдағы аҙнала Мәскәүҙә үтәсәк форумда Башҡортостан стендында йола буйынса ит ризыҡтары, сырҙар, емеш-еләк ҡайнатмалары һәм әлбиттә башҡорт балы төп урынды биләй. Ҡатнашыусылар исемлеге билдәле, улар араһында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе ҙур компаниялар  менән бер рәттән бәләкәй фермерҙар ҙа бар. Шарандан эшҡыуар икмәк продуктарын алып бара.

Икмәк бешереүҙең онотола барған алымдарын Надежда Дәүләтованың цехы һаҡлай. Шаран районы үҙәгендә урынлашҡан икмәкхана 16 йыл борондан ҡалған рецептты  ҡулланып, эргә-тирәләге ауылдарҙы, мәктәптәрҙе, социаль приютты ҡабарып бешкән икмәктәр менән тәъмин итә. Оҙайлы процесс булһа ла ризыҡтың файҙалы булыуына өҫтөнлөк бирә эшҡыуар. Сорғот ҡалаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Юрий һәм Надежда Дәүләтовтар тыуған районына ҡайта. Башта  ике мейес, ҡамыр болғатҡыс, он иләгес, икмәк  ташыу өсөн ике автомобиль, ҡуртымға  бина алына.  Икмәкхана асылғандан алып эшҡыуарҙар  менән бергә булған хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Икмәк бешереүсе Татьяна Чешуина, мәҫәлән, 16 йыл һөнәренә лә, эш урынына тоғро. Эш күләме йылдам арта. 

Тәжрибәле һәм егәрле белгестәр янына яйлап йәш көстәр эшкә килә.  Бер йылдан кондитер цехын аса хужалар. Был цехҡа  килгән ҡыҙҙар ҙа тәүге көндән  үк эштәрен яратып башҡара һәм башҡа бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай. Хужа менән уларҙы 14 йыллыҡ хеҙмәттәшлек бәйләй. Аукцион аша бина һатып алғас йүнәлештәр ҙә киңәйә  — ярымфабрикаттар, турамалар әҙерләү  цехтары  асыла. Ғаилә кәсебен Надежда Мырҙагәрәй  ҡыҙы инде биш йыл яңғыҙы дауам итә. Уға улы ярҙамлаша. Тормош иптәше башлаған эште эшҡыуар ханым яратып,  ҡәҙерләп дауам итә һәм киңәйтә.

Шәхси эшҡыуарҙың ҡулы аҫтында 150-гә яҡын кеше эшләй. Цехтарҙа тәүлек әйләнәһенә  эш өҙөлмәй. Икмәк хатта төндә лә бешә. Таң менән машиналар уларҙы эҫе килеш кенә кибеттәргә, мәктәптәргә тарата.  Артабанғы партия Надежда Мырҙагәрәй ҡыҙының үҙ кибеттәренә оҙатыла. Шаран, Туймазы һәм башҡа  яҡын райондарҙағы һатып алыусылар Дәүләтовтарҙың цехтарында бешкән икмәкте, ҡаластар, бәлештәрҙе яратып көтөп ала.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика