“Башҡорт ихаталары” бөтә илгә өлгө

Илдә торлаҡ һәм ҡала мөхите ҡағылмаған бер генә кеше лә юҡ. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре шуны танып үҙ эшенә төп баһаны халыҡ күңелендә эҙләй. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Нефтекамала Торлаҡ һәм ҡала мөхите Милли проектын бойомға ашырыу барышы менән танышты. Нефтекама халҡы спорт менән асыҡ һауала шөғөлләнә. Ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан тәбиғи урман һыҙатында “Сәләмәтлек һуҡмағы” яңы төҙөкләндерелгән. Асфальт түшәлгән, яҡтылыҡ бағаналары ултыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Кешеләр күңеленә хуш килгән парк Нефтекама ҡалаһын Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылы менән велосипед юлы ярҙамында тоташтыра. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Яҡты” күле буйын да тҙөкләндереү планы менән таныштыра. Бының өсөн 47 миллион һум аҡса һалынған. Радий Хәбиров меннә Владимир Якушев биләмәлә саған үҫентеләрен ултыртып, киләһе шәмбегә тәғәйенләнгән “Йәшел Башҡортостан” өмәһенә башланғыс һалды.  Рәсәйҙең төҙөлөш министры “Башҡортостан ихаталары” төбәк программаһы сиктәрендә ойошторолған эштәр менән дә танышты. Парк урамында бер юлы бер нисә балалар майҙансығы һәм спорт уйындары урыны әҙер. Республика программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән подъезды ла ҡарағандан һуң Владимир Якушев Башҡортостан торлаҡ-коммуналь тармағының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Төҙөлөш тармағының уңышлы үҫешен Нефтекамалағы төҙөлөш материалдары етештереүсе компаниялар төркөмө дәлилләй. Бында автобус, тиҙ ҡоролмалы биналар өсөн янғын хәүефе янамаған сэндвич-панелдәр сығарыла. Етештереү күләмдәре юғары, һатыуға тауар тотош ил төбәктәренә оҙатыла. Эш сәфәре барышында “Интеграл” компанияһы алдаған өлөшсөләр менән дә осрашыу үтте. Әле биналар төҙөлөшөн тамамлау башҡа фирмаға йөкмәтелгән, сентябрҙә ике йорттағы фатир хужаларына асҡыстар тапшырылған да инде. “Нефтекамстройзаказчик” ҡалған ике йортто 2020 йылдың декабрендә төҙөп бөтөргә йыйына.  Өфөләге иң ҙур төҙөлөш майҙандарының береһе — Кузнецов Затонында йәнә 33 йортҡа нигеҙ һалына. Бында 225 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү көтөлә. Төҙөлөш министры билдәләүенсә, биләмәләр комплекслы ҡоролорға тейеш. Торлаҡ йорттар эргәһендә социаль объекттар мотлаҡ. Кузнецов Затонында 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк.  Төҙөүселәр федераль министрҙан “Өлөшләтә төҙөлөш тураһындағы” законға төҙөлөштә дәүләт унитар предприятиелары ла ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында үҙгәреш индереүҙе үтенде. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын көйләүсе закондар, техник һәм ойоштороу нормативтары буйынса стратегик сессияның пленар ултырышында фекер алышыу үтте. Башҡортостанда уңышлы үтәлгән “Подъездар төҙөкләндереү” төбәк программаһын илдә таратыу тәҡдиме хупланды. Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы уларҙың файҙалы тәжрибәһе менән уртаҡлашырға өндәй. Радий Хәбиров  халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгән Башҡортостан исеменән ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырыу мөмкинлеген дә иҫәптән сығармай. Әлегә иһә Башҡортостан алдында торлаҡ төҙөлөшөн бер ярым тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыуҙа белгестәр төбәктәрҙә тупланған ыңғай тәжрибәне ҡулланырға, тармаҡты үҫтереүҙә цифралаштырыу программаһын киң ҡулланырға килеште. Киләһе төбәк көнөн белгестәр Мәскәүҙә үткәрергә ҡарар итте. Рәсәй башҡалаһында тармаҡ үҫешенә бәйле башҡа мөһим йүнәлештәр менән бер рәттән торлаҡ-коммуналь хужалыҡты цифралаштырыу тәжрибәһе бай. Тап цифралаштырыу бар эшмәкәрлекте яйға һалып эҙмә-эҙлекле башҡарырға ьулышлыҡ итә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

2 часа 49 минут назад
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

2 часа 50 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

2 часа 50 минут назад
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

2 часа 50 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

2 часа 50 минут назад
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

2 часа 50 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

2 часа 50 минут назад
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика