Башҡортостанда “Минең ғаиләм” проекты ғәмәлгә ашырыла

Уның төп маҡсаты – социаль етемдәрҙе ғаиләгә ҡайтарыу ғына түгел, ә дөрөҫ юлға баҫҡан ата-әсәнең үҙмәшғүллек мәсьәләһен хәл итеү. Проект федераль бюджеттан финанслана. Илдә лә, республикала ла етем балалар һаны йылдан-йыл кәмей, ә социаль етемлек кимәле юғары ҡала. Социаль приютта тәрбиәләнгән һәр бишенсе баланың ата-әсәһе бар, әммә эске сәбәпле  хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова проблеманы хәл итеү бер нисә этапҡа иҫәпләнгән, тип белдерҙе.

Сирлеләрҙе дарыу менән тәьмин итеүгә тәғәйен һан да республикала сағыштырғыһыҙ ҙур. Был хаҡта Максим Забелин белдерҙе. Киләһе йылда дарыуҙар һатып алыуға 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Үткән йылдарға ҡарағанда был бер миллиардҡа күберәк. Дарыуға бүленгән сығымдар ғына түгел ташламаларға иҫәп тотҡан граждандар һаны ла үҙгәреп тора. Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен йыһаздар менән тәьмин итеү мәсьәләһен даими контролдә тоторға ҡушты. Мәктәп туҡланыуында ла етди тәртип урынлаштырыу мотлаҡ, тине Радий Хәбиров.

Республиканың ике тиҫтәгә яҡын районында ашханаларҙың эшендәге кәмселектәр тураһында мәғлүмәт  бар, хакимиәт башлыҡтарына был мәсьәләне күҙәтеүгә алыу зарур. Киләһе дүшәмбенән комиссиялар төбәктәрҙә тикшереү үткәрә башлай. Оператив кәңәшмәлә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына йомғаҡ яһалды. Ҡала-райондарҙа ағас ултыртыу өмәләрендә яҙғы айҙар менән дөйөм иҫәп буйынса 300 мең кеше 178 мең үҫенте ултыртҡан.   Республика башлығы биләмәләрҙе йәшелләндереү “Башҡортостан ихаталары” программаһының мотлаҡ өлөшөнә әйләнергә тейеш, тип белдерҙе.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итәсәк. Республика башлығы төбәктә инвесторҙар менән эш кимәлен дә ыңғай баһаланы. Инвестиция сәғәтендә ҡаралған йөҙҙән ашыу проекттың 21-ен ауыл хужалығы министрлығы тәҡдим иткән. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән проекттар буйынса махсус килешеүҙәргә ярашлы, 2030 йылға тиклем предприятиеларға 13 миллиард һумдан ашыу күләмдә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. Республика башлығының “сентябрь” Указын бойомға ашырыу сиктәрендә төп капиталға йылына 500 миллиард һумлыҡ инвестиция талап ителә. Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа үткән инвестиция сәғәттәре буйынса ла тулы мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Үткән 9 айҙа өлгәшелгән йәнә бер ҡаҙаныш — Өфө илдә миллион кеше йәшәгән ҡалалар араһында юл транспорт фажиғәһе ҡорбандарын ике тапҡырға кәметеп хәүефһеҙлек күрһәткесе исемлегендә беренсе урынға сыҡҡан.

Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты һәм фажиғә урынында ведомство-ара комиссия тикшеренеүе ойоштороп, юл-транспорт ваҡиғаһына килтергән сәбәптәрҙе асыҡлай һәм уларҙы бөтөрөү сараларын күрә. Ыңғай күрһәткесте ошо эштең һөҙөмтәһе, тип билдәләргә лә мөмкин. Радий Хәбиров юлдарҙағы фото һәм видео- күҙәтеү камераларының эшенә анализ яһарға һәм юл фажиғәләре йыш теркәлгән Туймазы районында комиссияның күсмә ултырышын ойошторорға тәҡдим итте. Республика башлығы социаль селтәрҙәрҙә таралған “ҡыҙыу” мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн дә етди тикшерергә ҡушты. Ялған яңылыҡтарҙан һаҡ булырға саҡырҙы. Дөйөм ятаҡтарҙа оҙайлы ремонт тураһындағы мәғлүмәткә ҡағылған хатаһын танып, Радий Хәбиров БДУ ректоры Николай Морозовтан ғәфү үтенде.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә, Воровский урамы ҡапҡаһында, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара. Оҙонлоғо 668, киңлеге 16,7 метрлы ҡоролма “Имен һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә һалына.  Проект документацияһына ярашлы төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән. Тәүҙә...

21 мая 2020
Смотреть видео Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ ҡыбырлағандың, ҡыш ауыҙы йыбырлар

Башҡортостанда иген культураларын сәсеү тамамлана. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренең киләһе этабына күсте.  Ҡайһы бер ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылы яртҡан культураларҙы – кукуруз, борсаҡ  сәсеүгә тотондо. Бынан тыш республикала беренсе тапҡыр баҫыуҙарға торма һәм етен ултыртыласаҡ....

21 мая 2020
Смотреть видео Күңелле, тик хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Күңелле, тик хәүефле

Өфө хакимиәте йәштәрҙең ирекле һәм күпләп осрашыу урындарын күҙәтеүгә алырға йыйына. Айырыуса Салауат Юлаев майҙаны алдындағы машиналар ҡуйыу урыны иғтибарҙы йәлеп итә. Әлегә тиклем бында битлек режимы үтәләшен полиция һәм йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота ине.  ...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика