Хәҙер улар бурыслыны ғына түгел, уның таныш-белештәрен дә шылтыратып ҡаңғырта. Бының өсөн компьютер ҡулланыла. Был классик костюм һәм аҡ күлдәк кейгән егет — эшҡыуар. Йүнсел бер ҡасанда ҡулынан телефонын төшөрмәй. Артем Айытовҡа бизнес вәкилдәре менән йыш аралашырға тура килә һәм шуға күрә ул һәр ваҡыт бәйләнештә.
Әммә, даими шылтыратыуҙар тыныс кешене лә сығырынан сығара. Телефон бер минутҡа ла тынмай! Бер тәүлек эсендә генә билдәһеҙ номерҙарҙан 400-гән шылтыратыу була. Артемдың быға иҫе китмәһә лә, һуңынан уның ғаилә ағзаларына янап, хәбәрҙәр килә башлай. Бындай аҙымдан һуң эшҡыуар түҙмәй.
Бурыстарҙы ҡайтарыу менән булышҡан ойошмалар робот менән күптән файҙалана. Йәғни, компьютер минут һайын бурыслыға билдәһеҙ номерҙарҙан шылтырата. Шуға күрә, айырым бер кешене яуапҡа тарттырыуы ҡыйынға тура килә. Бындай шылтыратыуҙарҙың маҡсаты – кешеләрҙе ниндәйҙер талаптарҙы үтәргә мәжбүр итеү. Ҡайһы берендә улар һөҙөмтә лә бирә. Ә Артем Айытов ошондай осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн Федераль суд приставтарына мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, эшҡыуар бер үҙе генә түгел.
Суд приставтары һәр ваҡыт телефондан шылтыратҡан билдәһеҙ кешеләрҙе яҙҙырырға тәҡдим итә. Бынан тыш, шылтыратыуҙарҙың һәм хәбәрҙәрҙең детализацияһын эшләтергә кәрәк. Артем Айытов быларҙың барыһын да башҡарған. Шуға күрә, даими шылтыратып ҡаңғыртҡандарҙы табыуы еңелерәк буласаҡ. Әйткәндәй, закон боҙоусыларға 500 мең һумғаса штраф янай.