«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә таҙартыу ҡоролмалары сафҡа инде

«Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә ямғыр һәм бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмалары сафҡа инде. Комплексты төҙөтөүсе Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы етәкселеге белдереүенсә, был ҡоролма Өфө районы һәм уның халҡының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Шаҡша микрорайонында яңы төҙөлгән инженер ҡоролмаһы юҡҡа ғына был тигеҙлектә урынлашмаған. Өфө индустриаль паркы биләмәһенән ағып төшкән ямғыр-ҡар һыуы һәм башҡаса йыйылған шыйыҡса тап ошонда эләгә һәм бер нисә кимәлдәге таҙартыу юлы үтә. Иң беренсе һыу эре һәм ҡаты сүп-сарҙан таҙартыла.Ә был йәшел ҡапҡаслы ҡоҙоҡтарҙа һыу махсус һеңдереү фильтрҙары ярҙамында нефть ҡалдыҡтарынан айыртыла. Шунан ғына Өфө һыу каналы юлдарына ебәрелә. 5 га яҡын майҙанды тәшкил иткән Һыу таҙартыу комплексы Өфө индустрия паркында урынлашҡан 12 етештереү ойошмаһы территорияһынан йыйылған һыуҙы эшкәртә. Атап әйткәндә, комплек көнөнә 1600 куб һыу таҙарта.Сәнәғәт етештереү предприятиеларының зарарлы булыуын күҙ уңында тотоп был биләмәләрҙән ағып төшкән һыуҙы таҙартыу иң беренсе Өфө районы һәм уның халҡының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итә.   Республика үҫеш корпорацияһынан белдереүҙәренсә, таҙартыу ҡоролмалары экология өлкәһендәге барлыҡ талаптарға яуап бирә.Әлеге мәлдә төҙөлөп ятҡан яңы предприятиелар сафҡа инеү менән ямғыр һәм бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу комплексының ҡеүәте тағы ла артасаҡ. Ул ваҡытта инде тәүлегенә 3,500 куб һыу таҙартыу күҙаллана. Тимәк, ҡоролма тирә йүнде зарарлы ташландыҡтарҙан һаҡлаусы мөһим обьект.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде | ГТРК «Башкортостан»

“Янған-тау” геопаркы Юнесконың глобаль селтәренә инде

 “Янған-тау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып Юнесконың глобаль селтәренә инде. Ойошма Ассамблеяһында ошо турала хәбәр ителде, ултырыш коронавирус таралыу сәбәпле онлайн үтте. Сит ил туристары өсөн бындай статус сифат һәм именлек күрһәткесен аңлата. Илнур Камалов ҡымыҙ фермаһын дәүләт грантына...

9 июля 2020
Смотреть видео Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

Өфөлә ғалимдар самолет двигателе өсөн титан иретмәһен яҡшыртҡан

9 июля 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинаҙы асҡыстарын тапшырҙы. Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар...

9 июля 2020
Смотреть видео Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала өлөшсөләр өй туйланы

Нефтекамала “Интеграл” компанияһы өлөшсөләренә, ниһәйәт, фатир асҡыстары тапшырылды.  Күптәрҙе йылдар дауамында борсоған мәсьәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамында хәл ителде. 15 ғаилә фатир асҡыстарын алып ҡыуанды. Киләһе йылда тағы ла бер йорт файҙаланыуға тапшырылыр, 38 ғаилә өй...

9 июля 2020
Смотреть видео Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын махсус штаб күҙәтәсәк

Башҡортостанда күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлауҙы координациялау буйынса штаб ойошторола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйып уның рәйесе итеп хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тәғәйенләне. Тәү сиратта штаб «Эрмитаж. Горсовет», «...

9 июля 2020
Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Күсмә элемтәгә хаҡ артыуы көтөлә

Рәсәйҙә күсмә телефон аша аралашыуҙың хаҡы 14 процентҡа ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был фаразды Content Review агентлығы тикшереренүҙәренә таянып "Российская газета" килтерә. Коронавирус пандемияһының ҡабатланыу ихтималлығы иһә иҫәпкә алынмаған. Йылдың тәүге яртыһында минималь тариф пакеттары 8 процентҡа...

8 июля 2020
Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға | ГТРК «Башкортостан»

Отпускынан эшкә нисек дөрөҫ сығырға

Йыл буйына көтөп алған йәйге әүҙем ялдан һуң эшкә сығыр алдынан үҙеңә өҫтәмә ваҡыт ҡалдырырға кәрәк, ти психологтар. Сәйәхәттән бер нисә көн алдан ҡайтып тәнгә һәм күңелгә ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыу мәлен бирергә кәрәк. Кешенең йәкшәмбе кис ҡайтып  дүшәмбе иртән эшкә барыуға бәйле биоритмдары...

8 июля 2020
Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы | ГТРК «Башкортостан»

Эҫенән һаҡланыу сараһы бармы

Башҡортостанда эҫе көндәр дауам итә. Төбәктә субтропик селлә хөкөм һөрә. Һауа температураһы 35 градустан да юғары. Табиптар кешеләргә баш кейемен ҡалдырмаҫҡа, ҡара күҙлек, аҡ төҫтәге әйберҙәр кейеп йөрөргә, саф йә минераль һыу, емеш-еләк һуттарын күберәк эсергә кәңәш итә.  Ҡыҙыу ҡояш нурҙары...

8 июля 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола.

2020 йылдың 17 июлендә Рәсәй Федерацияһында «Берҙәм фольклор көнө» акцияһы ойошторола. Артабан уны йыл һайын уҙғарыу ҡарала. Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге акцияға ҡушылырға һәм социаль селтәрҙәргә, рәсми сайттарға УфаРЦНТРБ; МКРБ; ДеньФольклораРБ2020 хештегы менән тематик фотолар,...

8 июля 2020
Смотреть видео Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.  | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.

Беҙҙең хәбәрселәр күп балалы Куликовтар ғаиләһе  менән танышып ҡайтты. Ата менән әсә үҙҙәренең өс балаһы янына балалар йортонан тағы ла алты бәләкәсте тәрбиәгә алып ҡайтҡан. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Куликовтарҙың йорто иртә-таңдан гөрләп тора. Уянып, иртәнге ашты ашап алғандан һуң ғаиләнең һәр...

8 июля 2020
Яндекс.Метрика