Дәүләтов икмәге

Йыл һайын беҙҙең төбәк исеменән сығыш яһаған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе ойошма-предприятиелар баш ҡаланан  алтын миҙалдар яулап ҡайта. Быйылғы күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында Шаранда урынлашҡан “Дәүләтов икмәге” икмәкханаһы ла бар. Икмәк бешереүҙең онотола барған алымдарын Надежда Дәүләтованың цехы һаҡлай. Шаран районы үҙәгендә урынлашҡан икмәкхана 16 йыл борондан ҡалған рецептты  ҡулланып, эргә-тирәләге ауылдарҙы, мәктәптәрҙе, социаль приютты ҡабарып бешкән икмәктәр менән тәъмин итә. Оҙайлы процесс булһа ла ризыҡтың файҙалы булыуына өҫтөнлөк бирә эшҡыуар.Сорғот ҡалаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Юрий һәм Надежда Дәүләтовтар тыуған районына ҡайта. Башта  ике мейес, ҡамыр болғатҡыс, он иләгес, икмәк  ташыу өсөн ике автомобиль, ҡуртымға  бина алына.  Икмәкхана асылғандан алып эшҡыуарҙар  менән бергә булған хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Икмәк бешереүсе Татьяна Чешуина, мәҫәлән, 16 йыл һөнәренә лә, эш урынына тоғро. Эш күләме йылдам арта.  Тәжрибәле һәм егәрле белгестәр янына яйлап йәш көстәр эшкә килә.  Бер йылдан кондитер цехын аса хужалар. Был цехҡа  килгән ҡыҙҙар ҙа тәүге көндән  үк эштәрен яратып башҡара һәм башҡа бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай. Хужа менән уларҙы 14 йыллыҡ хеҙмәттәшлек бәйләй. Аукцион аша бина һатып алғас йүнәлештәр ҙә киңәйә  — ярымфабрикаттар, турамалар әҙерләү  цехтары  асыла. Ғаилә кәсебен Надежда Мырҙагәрәй  ҡыҙы инде биш йыл яңғыҙы дауам итә. Уға улы ярҙамлаша. Тормош иптәше башлаған эште эшҡыуар ханым яратып,  ҡәҙерләп дауам итә һәм киңәйтә.  Шәхси эшҡыуарҙың ҡулы аҫтында 150-гә яҡын кеше эшләй. Цехтарҙа тәүлек әйләнәһенә  эш өҙөлмәй. Икмәк хатта төндә лә бешә. Таң менән машиналар уларҙы эҫе килеш кенә кибеттәргә, мәктәптәргә тарата.  Артабанғы партия Надежда Мырҙагәрәй ҡыҙының үҙ кибеттәренә оҙатыла. Шаран, Туймазы һәм башҡа  яҡын райондарҙағы һатып алыусылар Дәүләтовтарҙың цехтарында бешкән икмәкте, ҡаластар, бәлештәрҙе яратып көтөп ала.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

10 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

10 часов 25 минут назад
Смотреть видео Өфө битлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Өфө битлектәре

Өфө предприятиеларының береһендә айына 3 миллион битлек етештерәләр. Яҡшы сифатлы был һаҡланыу сараһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән ҡуллана. Эшҡыуар етештерелгән продукцияһының бер өлөшөн бушлай тарата. Битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел...

10 часов 26 минут назад
Смотреть видео Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй. Уның аша теләгән һәр кем  тәүлек әйләнәһенә 8-347-218-19-19 телефоны буйынса медицина учреждениеларына шылтырата ала. Коронавирустан өйҙә нисек дауаланырға, ҡайһы осраҡта дауаханаға ятырға, вирусҡа тест һөҙөмтәһе ниндәй? Сәғәт иртәнге 8-ҙән алып, киске...

10 часов 27 минут назад
Смотреть видео Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен ентеклерәк тикшерергә, иҫкәртеүҙе аңламағандарға штраф һалырға саҡырҙы. Сикләү индерелгәнгә ике аҙна ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ололар араһында сирләүселәр ни бары 2% кәмегән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ауыл-...

10 часов 27 минут назад
Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Яндекс.Метрика