14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә

Дүшәмбе, 14 октябрҙә Башҡортостандағы барлыҡ телевизорҙарҙа аналог сигнал һүндерелә. Был көн цифралы телевидениеға күсеүҙең һуңғы этабы булараҡ ил тарихында ҡала. Республикала 23 сентябрҙән шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Цифралы телевидениеға күсеүҙә ирекмәндәр ҙә ярҙамға килә. 23 сентябрҙә үҙ эшен башлаған шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә көн һайын 300-гә яҡын мөрәжәғәт килә. Төп һорауҙарҙың береһе – нисек итеп телевизорҙарҙы цифралы сигналға көйләргә. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге етәксеһе Денис Аллағолов билдәләүенсә, киләһе аҙнала ҡыҙыу линия үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Тап 14 октябрҙән белгестәр мөрәжәғәттәр һаны бермә аратсағын фаразлай. Цифралы телевиденияға һәр теләүсе күсә ала. Быны бер-нисә ысул менән эшләргә мөмкин. Әгәр ҙә телевизорығыҙ 2012 йылдан һуң етештерелгән икән, тик ябай антеннаға тоташтырырға кәрәк. Әгәр ҙә иҫкерәк икән, тимәк махсус приставка талап ителә. Уны көнкүреш техникалары магазинында йәки почта кибеттәрендә алырға була. Республикала цифралы сигнал барып етмәгән урындар ҙа бар, улар күп түгел, башлыса таулы райондар, унда йәшәүселәргә спутник ҡоролмалары һатып алырға тура килә. Приставкаларҙы көйләүҙә ярҙам һорап ирекмәндәргә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әле республикала барлығы 3 меңдән ашыу волонтер эшләй. Ҡыҙыу линия аша ғариза ҡалдырғандан һуң, улар бер тәүлек эсендә килеп техниканы көйләп, бар нескәлектәре менән таныштырасаҡ. Цифралы телевидение – тәү сиратта сифатлы һүрәт һәм яҡшы тауыш. Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы хәҙер 20 каналды бушлай ҡарай ала. Исемлектә беҙҙең телерадиокомпания холдингына ингән Рәсәй-1, Рәсәй-24 телеканалдары һәм 3 радио урын алған. Тимәк башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы артабан да ҡарау һәм тыңлау мөмкинлеге бар.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

2 часа 36 минут назад
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика