Ғафури районы Родина ауылында йәшәүселәр йәмәғәт иғтибарын талап итә

Ғафури районы Родина агрофирмаһы етештергән тауар төрҙәрен күптәр әле лә хәтерләй. Һатыуҙа һирәк осраған За Родину билдәһен танып, данлыҡлы хужалыҡтың уңыштарына һөйөнөүселәр ҙә юҡ түгел. Тик биш йыл инде Родина өсөн талаш барыуы бары ошо ауылда йәшәүсе кешеләргә билдәле. Бөгөн улар үҙ зарына йәмәғәт иғтибарын талап итә.  Әлфиә Ғәбиҙуллина ошо майҙандың ҡош-ҡорт тауышына гөрләп торған сағын тәрән һағыш менән иҫкә ала.  Йөҙләгән баш тауыҡ, ҡаҙ, бройлер себештәр, уларҙы хәстәрләп ҡараған ҡошсолар, саф иттән әҙерләнгән ризыҡ төрҙәре, сифатлы ла, мул да аҙыҡ етештереүсе хужалыҡтың данлы көндәре лә тик хәтирәләрҙә ҡалған. Ғафури районы ауыл хужалығы тармағының таянысы, тип танылған Родина агрофирмаһының транспорт үҙәге лә бөгөн ташландыҡ хәлдә.  Бында 40 йылға яҡын диспетчер эшен үтәгән Фәүзиә Ҡотлогилдина гараждың йылытыу торбаларына тиклем киҫелеп металл ҡалдыҡтары урынына һатылып бөттө, тип әсенә. Родина ауылы халҡы ҡорамалдарҙы һүтеп һатыуҙы биналарҙы ҡуртымға алған эшҡыуарҙан күрә. Эшҡыуар үҙ сиратында бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтан тороп ҡалған сүп-сарҙы ғына тейәп сығарыуын таный.  Тиҫтә йылдар дауамында төҙөлгән мөлкәттең юҡҡа сыға барыуы менән халыҡ килешергә теләмәй. Бындағы кешеләр Родина хужалығының элекке данын ҡайтарыу мөмкинлеген эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2010-сы йылда банкрот тип танылған хужалыҡ биләмәһендә бөгөн бер генә ҡошсолок фермаһы эшләй. Әле эш башланып ҡына тора, уңышлы килеп сыҡһа, ауыл халҡына эш урындары ла буласаҡ, ти Альберт Сәғиҙуллин. Ҡуртымға алған 20-гә яҡын бинаның күбеһен ул элекке хәлендә һаҡлауҙы ғына йөкләмә итеп күрә. Бөлгөнлөккә тарыған хужалыҡ ҡиммәттәре күптәр өсөн һаман бәхәс сығанағы. Йүнселдәрҙең бер өлөшө үҙ мәнфәғәттәрен хәстәрләһә, икенселәре ҡалған милекте һатып файҙа сығарып ҡалырға ашыға. Родина ауылында әлегәсә халыҡ йыйындары ҡабатланып тора, бәхәстәр ҡыҙа бара. Төрлө яҡлы дөрөҫлөктө бер ҡарарға килтерер көс табыу маҡсатында халыҡ республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика