Үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары һаны йөҙҙән ашҡан

2018 йылдың ошо осоро менән сғыштырғанда йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булғандар һаны ла күберәк. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров юлдарҙағы соҡорҙарҙы юҡ итеү мобиль программаһының эшен тәнҡиткә тотто. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, ведомство-ара комиссия фажиғәғә килтергән сәбәптәрҙе юлдарҙың яҡтыртылмауы, йәйәүлеләр кейемендә махсус сағылдырғыстар булмауы һәм иҫерткес эсемлектәргә бәйләй. Юлдарҙы төҙөкләндереү төбәктә тәү мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Республика башлығы чиновниктарҙың соҡорҙарҙы бөтөрөүгә ҡағылышлы отчетын мобиль ҡушымтаға тап килмәй, тип шик белдерҙе. Радий Хәбиров 2020 йылды республикала эстетика йылы иғлан итергә тәҡдим итте.   Республика башлығы Хөкүмәткә ошо туралағы Указға бар тейешле күрһәткестәрҙе аныҡ билдәләргә ҡушты. Һандар муниципалитеттарға бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлер өсөн кәрәк. Башҡортостан ихаталары программаһы сиктәрендә балалар майҙансыҡтарында бәүелсәктәрҙе хәүефһеҙҙәренә алмаштырыу эше тамамланыу алдында. Радий Хәбиров балалар именлеге хаҡына бәүелсәктәр ҙә, уйын майҙансыҡтарының йомшаҡ ҡаплауы ла мөһим, тип белдерҙе. Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә. Был күрһәткес буйынса әле Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин быйыл төҙөлөргә тейеш 69 социаль объекттың бөгөнгә етеһе файҙаланыуға тапшырылған, туғыҙы октябрҙә, ҡалғандары йыл аҙағына сафҡа индереләсәк, тине. Радий Хәбиров күләмле төҙөлөш майҙандары тураһында хәтергә төшөрҙө – Өфөләге Затон биҫтәһендә дауахана комплексы, башҡалала волейбол һәм гимнастика үҙәктәре, райондарҙа бассейндар төҙөлөшө көтөлә. Республика ҡалаларында балалар өсөн һөт кухнялары селтәре киңәйәск. Өфө менән Стәрлетамаҡтан башҡа улар Белоретта, Нефтекама, Октябрьский һәм Сибайҙа асыласаҡ. Саф һәм туҡлыҡлы һөт ризыҡтары 7 етештереү пунктында әҙерләнә һәм 67 үҙәк аша таратыласаҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт ризыҡтары менән 26 мең баланы тәьмин итеү ҡаралған. Оҙаҡламай республика кәштәләрендә үҙебеҙҙә үҫтерелгән ашлыҡтан яһалған аҙыҡ-түлек һатыла башлауы ла ихтимал. Башҡортостан “Алтын көҙ” аграр күргәҙмәһендә уңышлы ҡатнашты. Ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевты Радий Хәбировтың игенде тәрән эшкәртеү производствоһы асыу тәҡдиме ҡыҙыҡһындырҙы. Республика игенселәре быйыл ҡатмарлы һауа шарттарында 3 миллион 300 тонна ашлыҡ йыйып алды. Былтырғы күрһәткестәрҙән был 4 процентҡа күберәк. Илшат Фазрахманов гектар ҡеүәте иң юғары төбәктәрҙе билдәләне. Саҡмағош районы Баҙы хужалығы гектарынан 41 центнер уңыш йыйған. Киләһе йылға аграрийҙар 4 миллион тоннанан ашыу  ашлыҡ йыйыу йөкләмәһен алды. Республикала төбәк байлыҡтарының йәнә береһе – урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы тыйыуға йүнәлтелгән маҡсат та бойомға ашырыла. “Урман картаһы” ҡушымтаһы намыҫһыҙ урман ҡырҡыусыларҙы асыҡлап хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мөмкинлеге бирәсәк. Үткән аҙнала ПОЛИЭФ предприятиеһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән һөнәри оҫталыҡтары өсөн Радий Хәбиров махсус хеҙмәттәргә рәхмәт белдерҙе. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров   көтөлмәгән хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында башҡа предприятиеларҙа хәүефле производстволар контролгә алынды, тип белдерҙе. Республика башлығы Башҡортостанда телевидениены цифра тәртибенә күсеү барышын да даими контролгә алды.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

18 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

18 февраля 2020
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

18 февраля 2020
Смотреть видео СНЮС һатҡан өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

СНЮС һатҡан өсөн штраф

Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф...

18 февраля 2020
Смотреть видео Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай

 Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһында заман талаптарына яуап биргән яңы лаборатория асылды. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Анализдарҙы тиҙҙән элекке кеүек сиратта тормайынса  тапшырырға мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәләр электрон почта аша...

18 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә

Башҡортостан донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә. “Фән” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ошондай йәнә биш үҙәк ойоштороласаҡ.Республика өсөн был үҙәк фән һәм эшҡыуарлыҡ дәирәләрен берләштереп иҡтисади үҫеш мөмкинлегенә яңы ынтылыш бирер, тип көтөлә. Фән...

18 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде. Ғинуарҙа сәнәғәт етештереүе индексы 102 процентҡа еткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, яуланған үрҙәрҙә генә туҡталып ҡалырға ярамай, мөһим күрһәткестәрҙе арттырыу өсөн тағы ла тырышырға кәрәк....

18 февраля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә...

17 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Яндекс.Метрика