Цифра мөмкинлектәре

Башҡортостанда аналог тапшырыуҙар туҡтатылып цифраға күсеү башланды. Телевизорҙарын цифрлы приставкаға тоташтырып өлгөрмәгәндәргә экранда мәғлүмәти ролик  күрһәтелә. Унда республиканың ни өсөн цифраға күсеүе, цифраға күсеү өсөн телевизор ҡараусыларға нимә эшләргә кәрәклеге бәйән ителә.  14 октябрҙән алып Башҡортостанда аналог сигналы һүндерелә башланы. Телевизорҙарҙа тапшырыуҙар урынына мәғлүмәти видеороликтар күрһәтелә. Уларҙа цифралы телевидениеға күсеү юлдары аңлатыла һәм ҡыҙыу линияның телефондары күрһәтелә. 23 сентябрҙә үҙ эшен башлаған шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге хәҙер тәүлек әйләнәһенә эшләй. Көнөнә яҡынса 300-гә яҡын шылтыратыу килә, төп һорауҙарҙың береһе телевизорҙарҙы дөрөҫ көйләүгә бәйле, ти операторҙар. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге етәксеһе Денис Аллағолов билдәләүенсә, ҡыҙыу линия үҙәге бер аҙна дауамында тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 8 (800) 347-00-55 һандарын йыйып, шылтыратырға мөмкин. Ошо айырым ҡатлам граждандарға ярҙамға ирекмәндәр килә. Ҡыҙыу линия аша ғариза ҡалдырғандан һуң, улар өйгә килеп техниканы көйләп, бар нескәлектәре менән таныштыра. Үҙенең оҫта ҡулдары менән Альфред Миңнулла улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә телевизорҙы цифралы сигналға көйләй. Ирекмән үҙ теләге менән бер ай элек кенә был эшкә ҡушылһа ла, нескәлектәрен яҡшы аңлай, приставкаларҙың, телевизорҙарҙың төрҙәрен дә өйрәнеп өлгөргән.Альфред Миңнулла улы Өфөнөң Ленин районы өсөн яуаплы. Ул ғаризалар килгән адрестар буйынса йөрөп, техниканы көйләп кенә ҡалмай, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара. Ирекмән әйтеүенсә, цифралы телевидениеға күскәндән һуң, һәр кем ҡәнәғәт ҡала. Был йорт хужаһы ла аналогка ҡарағанда һанлы сигнал күпкә яҡшыраҡ, ти.Цифралы телевиденияға һәр теләүсе күсә ала. Быны бер-нисә ысул менән эшләргә мөмкин. Әгәрҙә телевизор 2012 йылдан һуң сығарылған икән, ҡулланыусыға ни бары антенна алырға ғына кәрәк. Әгәр ҙә 2012 йылдан иртәрәк икән, тимәк махсус приставка йәки спутник ҡоролмалары талап ителә. Приставкаларҙы һәр көнкүреш техника магазиндарында йәки почта кибеттәрендә табырға була. Әйткәндәй, Башҡортостан цифралы телевидениеға күсеү уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса айырым ҡатламлы  граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше — пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Улар өсөн цифралы  телевидениены ҡарарға мөмкинлек биргән приставка алыу һәм уны телевизорға тоташтырып, көйләү бушлай булды. Дәүләт программаһы бөтә илде берләштерҙе. “Цифра” һәр йортҡа килде тиерлек. Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре белгестәре менән бер рәттән беҙҙең хәбәрселәр ҙә республиканың бөтә райондары буйлап йөрөп сыҡты. Яңы вышкаларҙың төҙөлөшө тураһында репортаждар төшөрөлдө, уртаҡ акциялар үткәрелде: Цифралы яҙ, Цифраны тоҡандыр һәм “Алтын бишек” конкурсы. Ҡатнашыусыларға цифралы приставкалар, телевизорҙар бүләк ителде. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының инженерҙары, хәбәрселәре, дикторҙары халыҡҡа нисек “цифраны тоҡандырырға” аңлатты. Ә 2018 йылдың ноябрендә Башҡортостан телевидениеһының тәүге студияһында цифраға официаль старт бирелде.Ошо рәүешле Башҡортостан телевидениеның яңы эраһына аяҡ баҫты. Ә беҙҙең телеканалдың цифралы десанты район-ҡалалар буйлап йөрөп, телевизор ҡараусылар менән аңлатыу эштәре алып барҙы. “Рәсәй 1” һәм “Рәсәй 24” каналдары беренсе мультиплексҡа ингән. Тимәк, башҡорт телендәге программаларҙы һәм “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуҙарҙын һеҙ артабан да юғары сифатта, цифралы форматта ҡарай алаһығыҙ. Аналог сигналын һүндереү бер аҙна дауамында барасаҡ. Шуға аналог сигналы аша эшләгән телевизорҙарҙа ошо ваҡытта мәғлүмәти видеояҙмалар күрһәтелә. Ә инде 21 октябрҙә Башҡортостан тулыһынса цифралы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

18 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

18 февраля 2020
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

18 февраля 2020
Смотреть видео СНЮС һатҡан өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

СНЮС һатҡан өсөн штраф

Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф...

18 февраля 2020
Смотреть видео Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай

 Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһында заман талаптарына яуап биргән яңы лаборатория асылды. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Анализдарҙы тиҙҙән элекке кеүек сиратта тормайынса  тапшырырға мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәләр электрон почта аша...

18 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә

Башҡортостан донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә. “Фән” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ошондай йәнә биш үҙәк ойоштороласаҡ.Республика өсөн был үҙәк фән һәм эшҡыуарлыҡ дәирәләрен берләштереп иҡтисади үҫеш мөмкинлегенә яңы ынтылыш бирер, тип көтөлә. Фән...

18 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде. Ғинуарҙа сәнәғәт етештереүе индексы 102 процентҡа еткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, яуланған үрҙәрҙә генә туҡталып ҡалырға ярамай, мөһим күрһәткестәрҙе арттырыу өсөн тағы ла тырышырға кәрәк....

18 февраля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә...

17 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Яндекс.Метрика