Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Республканың 20 төбәгендә йәшәгән һәм биш йә унан да күберәк бала тәрбиәләгән ханымдар “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡтар исемлеген киңәйтте. Күп балалыҡтың ыңғай яҡтарын тик улар ғына белә. Улар гел йәш, күптәре ғаилә менән хеҙмәтте аралаштыра, эш менән уҡыуҙы берләштерә. Тап улар ғаиләлә туған-берҙәмлек нигеҙҙәрен һала, илдәге демографик мәсьәләне хәл итә һәм, әлбиттә, социаль ташламаларҙан файҙалана. Төп һөнәрен әсә тип таныған гүзәл заттың йәнә 48 вәкиленә республиканың мәртәбәле дәүләт наградаһы тапшырылды. Әлиә Мәсәлимова етенсе сабыйын көтә. Табип булам тигән хыялым тормошҡа ашмағас әсә дәрәжәһен һайланым, ти. Тормош иптәше менән дүрт ул ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкәс, ҡатмарлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, балаларҙан тормош йәмен алырға күнеккән.  Үҙ көсөн дә йәлләмәйҙәр, дәүләт ярҙамын да тоялар. Белорет районынан килгән Дилбәр Мансурова тәрбиә эшен ашнаҡсы хеҙмәте менән бергә уңышлы башҡара. Биш бала әсәһе хеҙмәттәштәренең иғтибары менән хөрмәтенә рәхмәтле.Республикала 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар, улар 160 меңгә яҡын сабый тәрбиәләй. Был ғаиләләрғә һаулыҡ һаҡлау, ял ойоштороу, мағариф өлкәһе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр яғынан төрлө льготалар ҡаралған. Биш йә унан күберәк бала тапҡан әсәләргә 1998 йылдан башлап  рәсми дәүләт наградаһы – “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла.”Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында законға ярашлы һигеҙ йә унан күберәк балалы ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең аҡса түләнә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары был ярҙамға иҫәп тотҡан ғаиләләр исемлеген киңәйтергә ниәтләй. Был мәғлүмәтте республика парламенты рәйесе әсәләрҙе бүләкләү тантнаһында ла еткерҙе.Республиканың уңыштары ысын илһөйәр һәм фиҙаҡәр хеҙмәткәр тәрбиәләгән әсәләргә бәйле. Тәбрик һүҙендә Константин Толкачев төбәк данын мөхәббәт һәм аңлашыусанлыҡҡа нигеҙләнгән ғаиләләр һаҡлай, имен һәм татыу ғаилә иһә дәүләт өсөн социаль бәхет һәм байлыҡ, тип билдәләне һәм “Әсәлек данын” ҡаҙанған ханымдарҙың тормош иптәштәре менән ғаиләләренә именлек теләне.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала

“Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән сериалды Рәсәй” телеканалында дүшәмбе күрһәтә башлайҙар. Төп ролдәрҙең береһе - Зөләйхәне Сулпан Хаматова башҡара. Ул был әҫәрҙе “әҙәбиәттәге ҙур ваҡиға” тип атаған. Көтөп алынған фильмдың тәүге серияһы 13 апрелдә Рәсәй 1 каналында киске сәғәт туғыҙҙа эфирға...

9 апреля 2020
Смотреть видео Айыу балалары өңөнән сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Айыу балалары өңөнән сыҡҡан

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа йәшәүсе айыуҙарың һаны артыуы тураһында хәбәрҙәрҙең башҡа сығарылышында хәбәр иткәйнек. Ниһәйәт, тайыштабандар бәләкәстәрен өңдәренән алып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә айыу балаларын журналистарға ла күрһәттеләр. Бүлмәгә алып инеү айыу балалары йүгерешә башланы. Ят...

9 апреля 2020
Смотреть видео Яҙғы ташҡын | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы ташҡын

Яҙғы ташҡында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған райондарҙа ерҙе ҡалҡытыу эштәре бара.  Козарес һәм Альбатрос баҡсасылар ширҡәттәре араһындағы юлды ла ҡотҡарыусылар күҙәтеү аҫтына алған. Ағиҙел ҡултығында һыу кимәле артыу сәбәпле ҡар һыуҙары ағып сыҡҡан. Синоптиктар йылғаның 8 метрға тиклем...

9 апреля 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу мәлендә республикала балаларҙы аҙыҡ-түлек кәрзиндәре менән тәьмин итәләр

За кадром. Был, тәү сиратта, күп балалы, ауыр хәлгә эләккән ғаиләләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡағыла. Мәҫәлән, Ишембайҙа бындай ярҙамды ике меңгә яҡын уҡыусы аласаҡ. Кәрзиндә биш көнгә етәрлек аҙыҡ-түлек – ҡарабойҙай, макарондар, көнбағыш майы, һут, сәй, ҡуйыртылған һөт һәм печенье....

9 апреля 2020
Смотреть видео Ирекмәндәргә автомобилдәр | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәргә автомобилдәр

Өфөлә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыусы ирекмәндәргә автомобилдәр биргәндәр. Ҡалалала изоляция режимы иғлан ителгәс, 336 егет-ҡыҙҙар үҙ теләктәре менән өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә башлаған. Уларға көн һайын Өфөнөң төрлө райондары буйлап йөрөргә һәм кәрәкле...

9 апреля 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда зарарланыусылар һаны 16. Уларҙың бишәүһе тулыһынса һауыҡҡан. Тағы ла 106 кеше ковид-19 вирусына шик менән дауаханала ята. Әйткәндәй, Өфө дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү апараттары ҡайтарылған. 17 ҡоролманың бишәүһе Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһына йүнәлтелгән...

9 апреля 2020
Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Яндекс.Метрика