Юл хеҙмәтләндереүселәр һөнәри байрамы алдынан техника яңыртты

“Башкиравтодор” йәмғиәтенең төбәк идаралыҡтары етәкселәренә машина асҡыстарын Радий Хәбиров тапшырҙы. Бөгөнгә биш тиҫтәнән ашыу техника берәмеге һатып алынһа, йыл аҙағына тағы 44 яңы машина көтөлә. Республиканың байтаҡ райондары кеүек үк Ауырғазы юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы техниканы 2011 йылдан бирле яңыртҡаны юҡ.  Идаралыҡты утыҙ йылға яҡын етәкләгән Риф Рафиҡов бөгөн бары бер грейдер менән бер ҡеүәтле трактор алыуына шат. Тәгәрмәсле тракторҙар, автосамосвал, экскаватор, фронталь йөк тейәү машиналары, коммуналь һәм юл хужалығы өсөн техника. Берәмек йә тиҫтә генә иҫәпкә яңыртылыуға ҡарамаҫтан “Башкиравтодор” йәмғиәте йыл башынан килем күләмен арттыра. Республика хөкүмәте ярҙамы менән предприятие ыңғай күрһәткестәргә өлгәшергә иҫәп тота. Юл техникаһын һатып алыу маҡсатында быйыл республика бюджетынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Йыл аҙағына тиклем яңыртыласаҡ машиналар юлдарҙы ҡышҡы миҙгелдә хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән. Юл хеҙмәтләндереүселәрҙең имен хеҙмәтенә төҙөк техника ла булышлыҡ итә. Яңы техника асҡыстарын тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең ҡатмарлы эшендә уңыштар теләне. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Республика аша федераль трассалар үтә. Төбәктә ауыл, район-ара юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөү һәм хеҙмәтләндереүҙе юғары сифатта башҡарып юл хеҙмәтләндереүселәр  “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проектын бойомға ашыра. 54 берәмек яңы техника ошо майҙандан республиканың 36 районына юллана. Был машиналар төбәк, муниципалитет-ара һәм урындағы юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк

2 март 12 сәғәттә «Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк. Спикер - Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берлеге рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина. 4 мартта "...

49 минут 45 секунд назад
Смотреть видео Өҫтәмә ял көнө | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә ял көнө

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға ла 8 марттағы ял йәкшәмбенән 9 мартҡа, дүшәмбегә...

4 часа 41 минута назад
Смотреть видео Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы | ГТРК «Башкортостан»

Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы ойошторола. Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башланды. Төп саралар 29 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.  Тамашасыларҙы, ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.Байрам...

4 часа 42 минуты назад
Смотреть видео Юлда һәр кем бер тигеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Юлда һәр кем бер тигеҙ

Ҡанаттарым үҫкәндәй кеүек, ти руль артына ултырған мөмкинлектәре сикләнгән водителдәр. Водитель таныҡлығына уларҙы Өфө инструкторы өйрәтә. Сергей Веселевта уҡыр өсөн республиканан ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙән дә  киләләр. Ул үҙенең уҡыусыларын ҡулда ғына йөрөтә. Альберт Минеевҡа 33 йәш....

4 часа 42 минуты назад
Смотреть видео Тишелгән тәгәрмәстәрҙе кем ямар? | ГТРК «Башкортостан»

Тишелгән тәгәрмәстәрҙе кем ямар?

Урау булһа ла, юл яҡшы. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең күбеһе хәҙер ошо әйтемгә таяна. Өфө урамдарынан үтеүе ҡыйын, машина тәгәрмәстәрен миҙгел һайын түгел, ә соҡорға төшкән һайын алыштырырға тура килә, тип зарлана улар. Тишелгән тәгәрмәстәр өсөн кем яуап бирә? Фирҙәт Ғәлиевҡа телеүҙәккә эшкә барыу өсөн...

4 часа 43 минуты назад
Смотреть видео Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һөҙөмтәле эш талап ителә

Күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға, кешеләр өсөн уңайлы һәм имен шарттар булдырырға, халыҡ менән аралашыу психологияһын үҙгәртергә. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев тармаҡ алдында шундай бурыстар ҡуя. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың сентябрь Указына ярашлы...

4 часа 44 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан парламентаризмы тарихы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламентаризмы тарихы

Башҡорт Дәүләт Университетының Хоҡуҡ институты студенттары юридик фәндәр докторы Константин Борисович Толкачевтың Башҡортостан парламентаризмы тарихы тураһында лекция тыңланы. Сара Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 25 йыллығын билдәләү планына ярашлы ойошторолдо. Парламент рәйесе белдереүенсә,...

4 часа 45 минут назад
Смотреть видео Милли проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттар

Республика етәкселеге Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш талап итә. Уҙған йыл Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктә ҙур социаль объекттар, 28 фельдшер-акушер пункты һәм 2 балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылған. 21 мәктәп, 3 мең 200-ҙән ашыу...

4 часа 49 минут назад
Смотреть видео Сәләмәтлек сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек сәғәте

Яҡын арала Башҡортостандың барлыҡ медицина учреждениелары тулыһынса электрон документтарға күсәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәтендә” билдәле булды. Былтыр Берҙәм медицина порталы һәм мобиль ҡушымта аша миллиондан ашыу кеше табипҡа яҙылған. Киләсәктә бөтә фельдшер-акушерлыҡ...

4 часа 51 минута назад
Смотреть видео Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы | ГТРК «Башкортостан»

Аҡыллы видеокүҙәтеүҙең системаһы

Өфөлә интеллектуаль видеокүҙәтеү  системаһы ойошторола. Был турала Хөкүмәттә беренсе тапҡыр үткән “цифралы сәғәт” кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, цифралы иҡтисадты үҫтереү өсөн бөтә административ ресурстарҙы берләштерергә кәрәк. Күптән түгел Башҡортостан...

4 часа 52 минуты назад
Яндекс.Метрика