Экологик яҡтан таҙа, сифатлы һәм татлы

Республиканың 300-н ашыу мәктәп һәм балалар баҡсалары экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы йәшелсә, емеш-еләктәр менән тәьмин ителәсәк. Әле Шишмә районындағы Туҡланыу үҙәге 11 гектар алма ағасын ултыртҡан. Был үҙәктән килтерелгән быйылғы уңышҡа уҡыусылар нисек ҡарай? Йәшелсәнән бешерелгән аш һәм итле ризыҡтарҙы мәктәп уҡыусылары яратып ашай, ти тәжрибәле ашнаҡсы Нурия Бәҙретдинова. Йәш организмға витаминдарға бай һәм баланың үҫешенә булышлыҡ итерҙәй аҙыҡ кәрәк, шуға ла туҡланыу системаһына  бында иғтибар айырыуса ҙур. Дурасов ауылы мәктәбендә 121 бала белем ала. Шишмә районының 15 мәктәбенән уҡыусылар килеп уҡый был учреждениела.

Уларҙың һәр береһе мәктәп ашханаһында бешерелгән иртәнге һәм төшкө ашҡа йөрөй. Аҙыҡты балалар яратып ашай, шуныһы бигерәк тә ҡыуаныслы, ти мәктәп хеҙмәткәрҙәре. Өҫтәүенә, ризыҡтарҙың һәр береһе тикшереү үтә. Ашханала бешерелгән һәр беҙ аҙыҡты айырым банкыларға һалып сығалар.

Әгәр ҙә уҡыусының эсе ауыртып, дауаханаға эләкһә, мәктәптә ашалған тап ошо ризыҡтырҙаңы сифаты тикшереләсәк. Ул һыуытҡыста 48 сәғәт һаҡланыла. Мәктәп ашханаһы яңы газ плитаһы һәм һыуытҡыстар менән тәьмин ителгән. Шуға ла хәҙер йәшелсә, емеш-еләк, ит ризыҡтарын һаҡлау урыны иркен. Алма, еләк, кәбеҫтә, кишер һәм башҡа йәшелсә-емеште Шишмә районындағы Туҡланыу үҙәгенән килтерәләр.  Майҙанда 11 гектар алма ағасы ултыртылған. Өс йылдан һуң, бәләкәй үҫентеләр уңыш бирә башлаясаҡ. Туҡланыу үҙәге күбеһенсә республикала етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирә. Ҡарабойҙай, борсаҡ, көнбағыш үҫентеләренән дә ҙур уңыш көтөлә. Йәшелсә, емеш-еләктәр Башҡортостандың төрлө  райондарына оҙатыла.

Туҡланыу үҙәгенең төп маҡсат — мәктәп һәм балалар баҡсалары ашханаларын экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы йәшелсә һәм емеш-еләктәр менән тәьмин итеү. Йыйылған уңышты үҙәк республиканың 300-н ашыу учреждениеһына оҙата. Берәүҙәр баҫыуҙа тир түкһә,  икенсе хеҙмәткәрҙәр иһә туҡланыу үҙәге цехын яңырта. Тиҙҙән бында баҫыуҙан йыйып алынған уңышты һаҡлау өсөн иркен  урын булдырыласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

1 декабря 2020
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

1 декабря 2020
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

1 декабря 2020
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

1 декабря 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

1 декабря 2020
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика