Өфө уртаһында тәрән генә күл барлыҡҡа килгән

 Ул бер-нисә ихатаның картуф баҫыуын баҫҡан. Халыҡ бер-нисә йыл йәшелсә-емеш үҫтерә алмай, бынан тыш, йәйен серәкәй, ләпәккә, тәлмәрйендәрҙең тауышына һәм һаҫыҡ еҫкә зарлана. Мәсьәлә ҡасан хәл ителер. Был ихата ҡала уртаһында урынлашҡан. Уның хужалары бында картуф һәм башҡа йәшелсә сәсеп, уңыш алған. Әммә, һуңғы өс йыл эсендә картуфлыҡта ошондай хәл күҙәтелә.

Ҙур күләүек йыйылғас, бер-нисә йорт хужаһы хәҙер йәшелсә-емеште һатып алырға мәжбүр. Сәбәбе — төҙөлөш ойошмаһы яҡын тирәләй күп ҡатлы йорттар күтәргән. Әммә, ер аҫты йылғаларының килеп сығырын иҫәпкә алмаған. Хәҙер бында тәрәнлеге 3 метрға еткән күл барлыҡҡа килгән. Сунь Ятсен урамында 5 шәхси йорт ҡалған. Бында 30-ға яҡын кеше йәшәй. Уларҙы төҙөлөш ойошмаһы күсерергә лә вәғәҙәләгән. Әммә, мәсьәлә 7 йыл хәл ителмәй килә. Әйткәндәй, күсереү сәбәбе менән шәхси йорт хужаларының ерҙәрен һәм торлағын һатып алғандар. Хәҙер улар өйҙәрендә ремонт та эшләй алмай, яңы фатирға ла өмөт итмәй. Бынан тыш, төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре дренаж системаһын эшләйем тип бер-нисә йыл вәғәҙәләй. Күрше Большая Московская урамында йәшәүселәр ҙә төҙөлөш туҡтауына, соҡорға һыу йыйылыуына зарлана. Был ике урам халҡы мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап бер-нисә йыл төрлө власть органдарына мөрәжәғәт иткән.

Проблеманы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре иғтибарға алғас, бында шунда уҡ барлыҡ ведомство ағзалары килеп етте. Әйткәндәй, Сунь Ятсен урамындағы бер йорт төҙөлөшө 2014-се йылда беҙҙең хәбәрселәр иғтибарында булды. Унан һуң, эштәр урынынан ҡуҙғалды. Һуңынан уҡыусыларға йөрөү өсөн күпер мәсьәләһе лә килеп тыуҙы. Большая Московская урамы ла яңылыҡтар теҙмәһенән төшмәй. Бында төҙөлөш майҙансығында кеше йәрәхәтләнде. Ихаталарҙың береһендә күпләп йорт хайуандарын аҫрауҙары ла фатир хужаларын төрлө органдарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны

Үткан аҙнала Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурс утте. Унынсы тапҡыр уҙғарылған ижади бәйгене ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Социаль технологиялар институты уҙғарҙы. Конкурста ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта, тип билдәләй ойоштороусылар. Эпосты төрлө телдә һөйләнеләр....

27 января 2020
Смотреть видео 1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған | ГТРК «Башкортостан»

1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

27 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

24 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

24 января 2020
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

24 января 2020
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

24 января 2020
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Яндекс.Метрика