Мостай Кәримгә - 100

Башҡорт дәүләт университеты студенты Илнар Байбулатов өсөн был көн бигерәк тә тулҡынландырғыс. Әҙәбиәт, шиғриәтте төплө өйрәнгән, уҡыу һәм ижтимағи фән өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн ул быйыл Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранты менән тәбрикләнде. Яратҡан шағирҙың грантын ҡулыма алыу минең өсөн ҙур мәртәбә, тип ҡыуана студент. Быйыл Башҡорт дәүләт университетының 5 мәғәлиме оло баһаға лайыҡ булды. Бөйөк шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, ә күптәр өсөн уҡытыусы, кәңәшсе булып иҫтә ҡалған. Мостафа Сафа улының тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы ойошторолған сараға уның замандаштары, туғандары бер урынға йыйылды. Тантанала студенттар Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне.

Мостай Кәрим башҡорт ҡына түгел, ә башҡа милләттәр өсөн дә остаз. Уның шиғырҙары сит телдәргә тәржемә ителгән, китаптар баҫтырылып сығарылған. Шағирҙың һәр бер ижад емешендә ниндәйҙер тәрән фекер тупланған, һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерҙәй һүҙҙәр яҙылған. Шағир иҫтәлегенә арнап үткәрелгән сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Каринэ Хәбирова студенттарға артабан да башлаған эштәрен дауам итергә һәм тыуған телде үҫтерергә тип нәтижәләрен еткерҙе. Артабан ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт университеты бинаһында урынлашҡан Мостай Кәримдең барельеф һүрәте менән мемориаль таҡтаһына  сәскә һалды. Мостай Кәрим бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған. Уның тағы ла яратҡан уҡыу учреждениеларының береһе – Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Тап педагогия университеты бинаһында Мостай Кәримдең бюсы асылды. Скульптор Юрий Солдатов был эште 40 йылдан ашыу элек  эшләй башлаған. 

Башҡорт дәүләт педагогия университетында асылған бюст хәҙер ингән һәр кемде ҡаршы ала. Башҡортостан милли архивында ла байрам. Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы шағирҙың китаптары, гәзиттә баҫылып сыҡҡан шиғырҙары һәм әлбиттә юйылмаҫ иҫтәлектәр һаҡлаған фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Сараға Мостафа Сафа улының замандаштары, уның ижадын яратыусы студенттар килде. Ҡәләмдәштәре бөйөк шағир менән осрашыуҙарын, хәтирәләрен, уның ниндәй кеше икәнен иҫкә алды. Тантана барышында Мостай Кәримдең шиғырҙары ла яттан һөйләнелде. Күргәҙмәлә әле етмешкә яҡын экспонат һаҡлана. Алдағы йылдарҙа уның һанын күбәйтергә иҫәп тота милли архив хеҙмәткәрҙәре. Теләгән һәр кем

Мостай Кәрим иҫәтелеген һаҡлап килгән ниндәй ҙә булһа ҡомартҡыһын килтерә ала. 

Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында ла ҙур сара уҙҙы. Шағирға йөҙ йыл тулыу айҡанлы СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонға һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьевҡа иҫтәлекле таҡтаташтар асылды. Был урын ҙур иҫтәлек һаҡлай, ике йыл элек Иосиф Кобзон һәм Андрей Дементьев тап ошо театрҙа “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклендә булған. 

Шағирға йөҙ йыл тулыу айҡанлы “Родина” кинотеатрында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған отряды” фильмы күрһәтелде. Фильмды әлегә абруйлы ҡунаҡтар, яҙыусылар, журналистар һәм Мостай Кәримдең туғандары ҡарай алды. Ул Башҡортостан райондарында төшөрөлгән. Тиҙҙән “Өс таған отряды” фильмын кинотеатрҙарҙа күрергә мөмкин. Ә кискеһен иһә “Торатау” конгресс-холында шағирҙың юбилейына бағышланған тантаналы кисә уҙҙы. Кисәлә Сәйҙә Медведеваның “Мостай” документаль фильмы премьераһы күрһәтелде. 

Шағирҙың тыуған көнөн республика ғына түгел, ә сит халҡы ла байрам итә. Өфөлә үткәрелгән сараларҙа кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа ҡатнашты. 

Мостай Кәрим исемендәге скверҙа көн дауамында шағирҙың шиғырҙары яңғыраны. Республика башлығы Радий Хәбиров был көн тарихи булып ҡала, тип белдерҙе.

Әҙәбиәттә ҙур эҙ ҡалдырған, матур шиғыр, повестары, ғөмүмән,   мәңге һүнмәҫ рух өсөн рәхмәт белдереп халыҡ шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Республикала халҡыбыҙ шәхесенә арнап үткәрелгән саралар Мостай Кәримдең бөйөклөгөн тағы ла берҙе иҫбатлай. Уның оҫталығы, тырышлығы, халҡы өсөн янып йәшәүе күптәр өсөн үрнәк. Киләсәк быуынға шәхестең ижад емештәрен таратыу һәм исемен мәңгеләштереү-беҙҙең ҙур маҡсат.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа  башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм  Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр  психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади...

1 декабря 2020
Смотреть видео Боҙ өҫтөндә балыҡсылар | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ өҫтөндә балыҡсылар

Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға  боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе...

1 декабря 2020
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте.  Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда...

1 декабря 2020
Смотреть видео Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал

Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса...

1 декабря 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы...

1 декабря 2020
Смотреть видео Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан илдең төбәк брендтары картаһына инерме?

Рәсәйҙә илдең төбәк брендтары картаһын булдыралар. Был исемлеккә башҡорт балы, ҡорот, ҡымыҙ, талҡан да инеүе ихтимал. “Рәсәй тәм-томдары” тип аталған конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан беренсе урында, тик тауыштар һаны күпкә ҡалыша. Умартаны ҡышҡылыҡҡа тышта ҡалдырыу хатта тәжрибәле...

26 ноября 2020
Смотреть видео Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре

Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды.  Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә...

26 ноября 2020
Смотреть видео Йәнһүрәттә тажлы герой | ГТРК «Башкортостан»

Йәнһүрәттә тажлы герой

Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша.  Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова  вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән.  Бының өсөн ҡыҙға  бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был...

26 ноября 2020
Смотреть видео Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була | ГТРК «Башкортостан»

Хоккейҙы “Маяк” радиоһы аша тыңларға була

Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев”  клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә.  Бөгөн  баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  уйын барышын  тура эфирҙа Маяҡ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр

Өфөлә яңы йыл майҙансыҡтары өсөн боҙ әҙерләйҙәр. Тәбиғи сеймал баш ҡала янындағы йылға-боҙҙарҙан ҡырҡып ташыла. Көндәрҙең һалҡын тороуо сәбәпле, һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалынлығы 18 сантиметр самаһына еткән. Ленин районының коммуналь хеҙмәттәре майҙансыҡтар өсөн боҙҙо Затондан ташый.  Ағиҙел...

25 ноября 2020
Яндекс.Метрика