Тере килеш үлтәргәндәр

Башҡортостанда банк хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ветеранын үлгән тип иҫәпләп, йыйған аҡсаһынан мәхрүм иткәндәр. Финанс ойошмаһында пенсионерҙың исем фамилияһына тура килгән некрологты гәзиттә күреп ҡалдыҡ, тип хәбәр иткәндәр. Ошонан һуң иҫәптән 300 меңгә яҡын аҡса юғалған.  Хеҙмәт ветеранының күкрәгендә – миҙал. Һуғыш башланғанда Виктор Трофимовҡа ни бары 12 генә йәш була. Бала килеш өлкәндәргә ярҙам итеү теләге менән ул колхозға эшкә сыға. Оло йөрәкле ветеран әле лә яҡындарына ярҙам булһын тип аҡса йыйған. Тик иҫәбендәге 300 мең ҡайҙалыр юғалған. Алты йыл элек ветеран үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортон һатҡан.

Ғүмер буйы иҡтисад уҡытыусыһы булып эшләгән Виктор Алексеевич, банкта һаҡлауы отошлораҡ икәнде аңлап, юл аша ғына урынлашҡан “Рәсәй капиталы” ойошмаһына аҡсаһын алып барып тапшыра. 90 йәшлек ветеран иҫәбендә аҡса барлығына шикләнә башлаған. Банкка барһа, уны тереләй үлтергәндәре асыҡлана. Банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерҙың исем фамилияһына тура килгән кешенең некрологын гәзиттә күреп ҡалдыҡ, тигәндәр. Был хәбәрҙән Виктор Трофимов шаҡ ҡата.Белореттағы банк бүлексәһе ябылған. Шуға  инсульт һәм бер-нисә ҡатмарлы операция кисергән ветеранға Силәбеләге төп офисҡа йөрөргә тура килә. Йыл дауамындағы ике тиҫтәгә яҡын ултырыштар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Ҡайғырыуҙарҙан Виктор Алексеевич йәнә дауаханаға эләгә.  Банк аҡсаны Виктор Трофимов үҙе алған тигән фекерҙә. Ҡыҙыу линияға шылтыратһам, етәксе исеменә йәнә хат яҙырға ғына тәҡдим итәләр, ти ветеран.

Ярҙам һорап хеҙмәт ветераны Силәбе өлкәһе буйынса Дәүләт Думаһы депутатына мөрәжәғәт иткән. Хәҙер был эшкә урындағы адвокат тотонасаҡ. Аҡсалар хаталы рәүештә Виктор Трофимовтың аҙашының туғандарына күсерелеүе ихтимал, ти юрист документтар менән танышҡандан һуң. Юрист банктың етәкселеге менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшергә ниәтләй. Әгәр ҙә уртаҡ фекергә килмәһәк, суд аша пенсионерҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡмын, ти ул. Ветеран да ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙырға ниәтләй.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Шыршы” операцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

“Шыршы” операцияһы старт алды

Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап...

25 ноября 2020
Смотреть видео Ҡыҙыл Паша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл Паша

 “Ҡыҙыл Паша” булараҡ таныш булған совет дипломаты Кәрим Хәкимов беренсе башҡорт комиксының  геройына әйләнде. Ошо көндәрҙә Өфөлә «Абдул–Азиз һәм Кәрим. Геройҙар ваҡыты » комиксы донъя күрҙе. Рәсемдәргә һалынған тарих 3 меңдән артыҡ тираж менән сығарылған. Иң башта ул республиканың бөтә...

25 ноября 2020
Смотреть видео Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай

Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлмәһә лә, республикаға йәнә бер ҡурҡыныс янай. Ырымбур өлкәһендә ҡыр сусҡаларында “Африка тағуны” вирустары табылған. Ошондай уҡ сир менән ауырыған йәнлектәр Һамар өлкәһендә бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Башҡортостан ашығыс саралар күрергә мәжбүр. ...

25 ноября 2020
Смотреть видео Изге эштең иртәгәһе яҡшы | ГТРК «Башкортостан»

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ. Еңел булмаған осорҙа мохтаждарға ярҙам итеү – ҙур изгелектәрҙең береһелер. Киләһе репортаж геройҙары тап шундай ярҙамсылдар рәтенән. Улар менән Ләйсән Тимербулатова таныштыра.

25 ноября 2020
Смотреть видео Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй | ГТРК «Башкортостан»

Коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй

Башҡортостанда коронаврус йоҡтороусолар һаны кәмемәй. Уҙған тәүлектә республикала йәнә 128  пациентта ошо диагноз раҫланды. Шулай итеп, пандемия таралғандан алып был сир менән төбәктә 13  мең ярым самаһы кеше ауырыны. КОВИД 19 вирусы 76 сырхауҙың ғүмерен өҙҙө.

25 ноября 2020
Смотреть видео Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты бәлиғ булмаған баланы көсләүҙә ғәйепләнгән йәш кешене эҙләй. Ваҡиға баш ҡаланың Дим биҫтәһендә булған. Полиця хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлегә енәйәтсенең исем-шәрифе билдәле. Ул 1988-се йылдың дүртенсе октябрендә тыуған Константин Анатольевич...

25 ноября 2020
Смотреть видео Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн  махсус кәңәшмә уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн махсус кәңәшмә уҙа

Башҡортостан райондары хакимиәттәре башлыҡтары өсөн Өфөлә махсус кәңәшмә уҙа. Ултырыш декабрҙең беренсе аҙнаһына тәғәйенләнде. Көн тәртибенә сығарыласаҡ төп мәсьәлә лә билдәле. Ул   хужалыҡтарға техника һатып алыу. Машина-трактор паркын яңыртыу - көнүҙәк. Бөгөнгә күп кенә муниципаль...

25 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ

Башҡортостанда ит эшкәртеү буйынса иң ҙур завод Бәләбәйҙә буласаҡ. Алдынғы социаль–иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты ошондай вәғәҙә бирә. 10 миллиард һумға баһаланған проект республикала иң эреләрҙең береһе. ТАВРОС компанияһының яңы программаһы менән кисә, Бәләбәйгә эш сәфәре барышында Радий...

25 ноября 2020
Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

24 ноября 2020
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

24 ноября 2020
Яндекс.Метрика