Был аҙнала урман эшселәре һөнәри байрамын билдәләй

Һуңғы йылдарҙа тармаҡ ауырлыҡтар кисерә, ҡайһы бер райондарҙа предприятиелар ябылырға мәжбүр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иҡтисади йәһәттән тотороҡло ойошмалар бар. Йылайыр урмансылығы базаһында эш ҡайнай. Кешеләр таҡта яра һәм төҙөлөш материалдары әҙерләй. Сөнки, тап улар ҙур иғтияж менән файҙалана. Йылайыр урмансылығы өй, мунса өсөн буралар әҙерләй. Ә иҫкереп, серей башлаған ағастан күмер эшләп һаталар. Продукцияның күбеһе сит өлкәләргә китә. Ҡоролоҡ арҡаһында Йылайыр биләмәһендә йыш ҡына янғын сығыу осраҡтары теркәлә. Быйыл уттан 5 урында урман зыян күргән. Янғын менән көрәшеү өсөн предприятиела махсус төркөм булдырылған. СНХ. Йылайыр районы. Ислам Игебаев. Урмансылыҡтың биләмәләр буйынса бүлек етәксеһе. Ойошма 90-сы йылдарҙа таланып-урланып бөткән техникаһын кире ҡайтарырға ирешкән. Бынан тыш яңыһын да һатып алалар. Предприятиела йөҙләгән кеше даими эшләй. Йәй осоронда иһә уларҙың һаны 200-гә етә. Хеҙмәт хаҡы ҡаланыҡынан айырылмай тиерлек, уртаса 16 мең һум, ҡайһы берҙәренең 20 меңгә лә барып баҫа. Йылайыр урмансылығында барлыҡ эш яйға һалынған. Мәҫәлән, ҡалдыҡтарҙы сығарып сүплеккә ташламаҫ өсөн эшкәртеү сараһы ҡаралған. Предприятие тотороҡло эшләп килә, ваҡытында хеҙмәт хаҡы ла түләнә. Әммә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлгәс, кешеләр ҙә эшкә дәртләнеп сыға. Ә халыҡ ҡәнәғәт булғас, эшләү ҡеүәте лә арта ғына. Тимәк, бөтә ерҙә лә ысын хужа кәрәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

2 часа 46 минут назад
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

2 часа 47 минут назад
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

2 часа 48 минут назад
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

2 часа 49 минут назад
Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Яндекс.Метрика