Сираттарға юл ҡуйған етәкселәр менән хушлашырға тура киләсәк

Йоматау шифаханаһына яңы һулыш бирергә, медицина тармағы белгестәрен дәртләндереү сараларын дауам итергә, ә сираттарға юл ҡуйған етәкселәр менән хушлашырға. “Сәләмәтлек сәғәте” форматындағы кәңәшмә был юлы Өфө районында үтте. Сәфәр барышында Радий Хәбиров бер нисә предприятие эше менән дә танышты. “Сәләмәтлек сәғәте”н был юлы белгестәрҙе тәбрикләү тантанаһы асып ебәрҙе. Аҡ халатлыларҙың бер нисәүһенә “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса 1 миллион һәм 500 мең һумға сертификаттар тапшырылды. Радий Хәбиров был проекттар менән бер рәттән тар профилле белгестәргә эшкә ҡайтырға ярҙам итеү сараларын да камиллаштырасаҡбыҙ тине.Айырым йүнәлеш буйынса белгестәргә ҡытлыҡ ҡайһыбер  райондарҙа айырыуса киҫкен. Миҫал булараҡ Балаҡатай районы аталды.

Табиптар булмау сәбәпле, кешеләр Өфөгә йә күрше төбәктәргә йөрөргә мәжбүр. Белгестәр булып та таңғы 5-тән сират теҙелергә мәжбүр Салауат ҡалаһы халҡын яҡлап Радий Хәбиров эште дөрөҫ ойоштора алмаған етәкселәргә ҡаты киҫәтеү яһаны.Яман шеште дауалау өсөн миллиондар сарыф иткәнсе сирҙе ваҡытында асыҡлау яҡшы. Радий Хәбиров онкологияны башланғыс стадияла асыҡлаусы табиптарҙың бер нисәүһенә 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Был программа федераль кимәлдә бик яҡшы баһаланды, башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына, тине төбәк етәксеһе.Күсмә кәңәшмәнең Йоматауҙа үтеүе осраҡлы түгел. Быйыл 85 йәшен билдәләгән  шифахана яңырыу талап итә. Һуңғы йылдарҙа иғтибар булмаған. Яңы төҙөлөштө бында аҙаҡҡы тапҡыр 17 йыл элек күргәндәр.Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында Республика Башлығы Өфөләге Затон йылылыҡ-электр станцияһы эше менән дә танышты. Ул 2008 йылда төҙөлә башлағайны, уҙған йылдың мартында файҙаланыуға тапшырылды. Был объект Өфөлә электр энергияһына ҡытлыҡ мәсьәләһен тулыһынса хәл итте.

Өҫтәүенә тағы ла 3 миллион квадрат метр торлаҡты йылы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар. Радий Хәбиров станцияның диспетчер бүлмәһен дә ҡараны, ундағы автоматлаштырылған система менән танышты. «Өфөмебель» компанияһында етештерелгән йорт һәм офис өсөн мебель, мәктәп өҫтәл һәм ултырғыстарҙы үҙебеҙҙең белем усаҡтары, дәүләт учреждениелары өсөн һатып алыу тураһында һүҙ барҙы.  Михайловка ауылында шулай уҡ тиҙҙән балалар туҡланыу комбинаты асыла. Радий Хәбиров объекттың әҙерлеге менән танышты.Өфө районында әле мәктәп һәм балалар баҡсаларын йылы аш менән тәьмин итеү буйынса пилот проект тормошҡа ашырыла. Киләһе йыл үҙ ишектәрен асасаҡ яңы цех 66 белем усағын тулыһынса тәьмин итер тип көтөлә.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика