Милли проекттар шәхси инвестициялар өсөн нигеҙ булдыра. Уларҙың 12-һенең тап икәүһе ошо йүнәлештә эшләй. Башҡортостанда төбәк проекттарының 58-нә паспорт әҙерләнгән. 2019-24-се йылдарға дөйөм финанслау күләме 176 миллиард һум. Ошо хаҡта республикала инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында һүҙ барҙы.