Ил энергетикаһы киләсәге Өфөлә хәл ителә

Донъяның тиҫтәгә яҡын иле, Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан белгестәре Өфөлә энергетика үҫеше йүнәлештәрен билдәләй. ВДНХ-ЭКСПО бинаһында “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе менән Рәсәй энергетика форумы бара. Быйыл 25-се тапҡыр ойошторолған юбилей күргәҙмәһендә  һигеҙ илдән меңдән ашыу делегат ҡатнаша. Экспозицияларын тәҡдим иткән 130 предприятие араһында тәжрибәлеләр ҙә, яңылары ла бар. Был мәртәбәле сара уңайынан улар файҙалы осрашыуҙар һәм эшлекле килешеүҙәргә өмөт бағлай. Ғәҙәти энергетика, бөгөнгө талаптар һәм тармаҡтың киләсәк бурыстары форумдың эшлекле өлөшөндә билдәләнде.

Тармаҡ өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса белгестәр һәм эксперттар федераль, төбәк, муниципаль дәүләт власть органдары вәкилдәре менән бергә фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы энергетиканы файҙалы ҡулланыу һөҙөмтәләре, цифрлаштырыу йоғонтоһо,  ҡулланыусы менән эште яйға һалыу мәсьәләләре менән бер рәттән  тармаҡты фәнни яҡтан нығытыу юлдары һәм кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы ла ҡыҙыҡһындыра. Һуңғы ике йүнәлештә юғары белем биреү йорттарының өлөшө ҙур. Аграр университеттың электр энергетикаһы һәм электр техникаһы бүлеге белгестәре тармаҡ өсөн яңы ҡоролма өлгөләрен тәҡдим итә. Германия ғалимдары иһә Рәсәй төбәктәрен энергетиканың алмаш сығанаҡтарын үҙләштереү мөмкинлеген киңәйтеү майҙаны булараҡ баһалай. 

Белгестәр һөнәрмәндәр аралашҡан майҙанға йәш быуынды ла йәлеп итергә ниәтләй. Энергия сығанаҡтарын һәм уны һаҡсыл тотоноу сараларын танытыуҙы мәктәп кимәленән башлар проекттар бар. Форумда ҡатнашыусылар бөгөн ҡояш энергетикаһын үҫтереү тураһында фекер алыша. Кәңәшмә сиктәрендә Өфөлә үҙенсәлекле проектты бойомға ашырыу күҙ уңында тотола. Ул башҡала мәктәптәренең береһенең ҡыйығында уҡыу ҡояш станцияһын урынлаштырыуҙан ғибәрәт.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә...

17 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Смотреть видео Йылытыу өсөн икеләтә түләү | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн икеләтә түләү

Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да...

14 февраля 2020
Смотреть видео Тормошҡа ашҡан хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашҡан хыял

Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүсе 8 класс уҡыусыһын үҙенең эш урыны менән таныштырҙы. Елена Казанцеваның хыялы томошҡа ашты.  "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында ҡыҙ Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булырға теләүе тураһында яҙған. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында...

14 февраля 2020
Смотреть видео Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт

 Өфөлә Назаровтар ғаиләһе ял итергә барыу өсөн туристик агентлығына миллионлаған аҡса бирә, әммә юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Республика эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре башланы. Варвара Назарова диңгеҙ күрергә, аҡ ҡомдо тотоп ҡарарға хыяллана. Уның теләген тормошҡа...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

 Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге...

14 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә

Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостанда реабилитация үҙәген камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге медицина реабилитацияһы бүлеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Өфөлә биш йыл элек асылған үҙәктә Башҡортостандың төрлө...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортса йәнһүрәттәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортса йәнһүрәттәр арта

 Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ...

13 февраля 2020
Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Яндекс.Метрика