Ил энергетикаһы киләсәге Өфөлә хәл ителә

Донъяның тиҫтәгә яҡын иле, Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан белгестәре Өфөлә энергетика үҫеше йүнәлештәрен билдәләй. ВДНХ-ЭКСПО бинаһында “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе менән Рәсәй энергетика форумы бара. Быйыл 25-се тапҡыр ойошторолған юбилей күргәҙмәһендә  һигеҙ илдән меңдән ашыу делегат ҡатнаша. Экспозицияларын тәҡдим иткән 130 предприятие араһында тәжрибәлеләр ҙә, яңылары ла бар. Был мәртәбәле сара уңайынан улар файҙалы осрашыуҙар һәм эшлекле килешеүҙәргә өмөт бағлай. Ғәҙәти энергетика, бөгөнгө талаптар һәм тармаҡтың киләсәк бурыстары форумдың эшлекле өлөшөндә билдәләнде.

Тармаҡ өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса белгестәр һәм эксперттар федераль, төбәк, муниципаль дәүләт власть органдары вәкилдәре менән бергә фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы энергетиканы файҙалы ҡулланыу һөҙөмтәләре, цифрлаштырыу йоғонтоһо,  ҡулланыусы менән эште яйға һалыу мәсьәләләре менән бер рәттән  тармаҡты фәнни яҡтан нығытыу юлдары һәм кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы ла ҡыҙыҡһындыра. Һуңғы ике йүнәлештә юғары белем биреү йорттарының өлөшө ҙур. Аграр университеттың электр энергетикаһы һәм электр техникаһы бүлеге белгестәре тармаҡ өсөн яңы ҡоролма өлгөләрен тәҡдим итә. Германия ғалимдары иһә Рәсәй төбәктәрен энергетиканың алмаш сығанаҡтарын үҙләштереү мөмкинлеген киңәйтеү майҙаны булараҡ баһалай. 

Белгестәр һөнәрмәндәр аралашҡан майҙанға йәш быуынды ла йәлеп итергә ниәтләй. Энергия сығанаҡтарын һәм уны һаҡсыл тотоноу сараларын танытыуҙы мәктәп кимәленән башлар проекттар бар. Форумда ҡатнашыусылар бөгөн ҡояш энергетикаһын үҫтереү тураһында фекер алыша. Кәңәшмә сиктәрендә Өфөлә үҙенсәлекле проектты бойомға ашырыу күҙ уңында тотола. Ул башҡала мәктәптәренең береһенең ҡыйығында уҡыу ҡояш станцияһын урынлаштырыуҙан ғибәрәт.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Ауыл халҡы ҡош-ҡортон һуйып мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй. Йүнселдәре уны һатып аҡса ла эшләй. Быйыл ҡаҙ өмәләре иртәрәк башланды. Был, тәү сиратта, ҡош киҙеүенә бәйле. Күрше Татарстанда, Силәбе өлкәһендә был ҡурҡыныс сир барлығы асыҡланды. Шуға ла республиканың ветеринария идаралығы халыҡҡа...

19 ноября 2020
Смотреть видео Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды

Алты мең битлек, һигеҙйөҙ санитайзер һәм  химик эшкәртеү шыйыҡсалары тултырылған өс тиҫтә һауыт. Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды. Шәхси хәүефһеҙлек сараларын “Наша забота” берҙәм ирекмән үҙәге ағзалары үҙҙәре лә файҙалана, мохтаж кешеләргә лә таратасаҡ. Ойошма ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә

Башҡаланың 18-се дауаханаһы ковид-госпиталендә эшләгән табиптар Полиэфф предприятиеһынан хәйриә ярҙамы булараҡ биш йөҙ махсус кейем ҡабул итте. Нефтехимия тармағының эре компанияһы составындағы предприятие ҡыҙыл зонала эшләгән табиптар өсөн махсус кейемдәрҙе пандемия башынан уҡ һатып алып әҙерләгән...

19 ноября 2020
Смотреть видео Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған

Башҡортостанда тағы 119 кешелә коронавирус асыҡланған.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 12 мең 684 осрағы теркәлгән.  11 мең 219 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған.

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан

Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә коронавирусҡа ҡушылып миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы лә теркәлә. Яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән, уларҙың...

18 ноября 2020
Смотреть видео Һалымыңды түлә | ГТРК «Башкортостан»

Һалымыңды түлә

1 декабрҙә физик берәмектәрҙең 2019 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты тамамлана. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, физик берәмектәрҙең иҫәпләп сығарылған милек һалымының һәм НДФЛ-дың дөйөм суммаһы 5 миллиард 500 миллион һумдан ашыуыраҡ. Һалымды һалым...

18 ноября 2020
Смотреть видео Өфө хаҡимиәтендә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө хаҡимиәтендә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде

Өфөнөң Шәфиев һәм Урман техникумы урамдарын тоташтырған юл өлөшө 1 декабрҙә асыла. Әле унда төҙөкләндереү эштәре  тамамланыуға бара.   Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә хәбәр ителде.  Ултырыштың  төп мәсъәләләрҙең береһе - «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары»...

18 ноября 2020
Смотреть видео Мәкерле сир ҡоторған мәлдә быйыл яңы йыл байрамдары нисек үтер? | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сир ҡоторған мәлдә быйыл яңы йыл байрамдары нисек үтер?

 Аҙна һуңына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте COVID-19 таралыу шарттарында республиканың Яңы йылды нисек ҡаршы аласағы тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров  әйтеүенсә, ҡарар килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып ниндәй нормалар, ниндәй тыйыуҙар буласағын билдәләргә...

18 ноября 2020
Смотреть видео Грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә

 Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиеларында грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Әлеге көнгә республиканың эре сәнәғәт ойошмаларында 30 процент хеҙмәткәр, үҙенең сәләмәтлеген алдан хәстәрләп,  киҙеүҙән прививка эшләткән.  Ни өсөн быйыл иммунизация  үтеү айырыуса мөһим?...

18 ноября 2020
Смотреть видео Бушлай дарыуға кем хоҡуҡлы? | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай дарыуға кем хоҡуҡлы?

Республикала коронавирус менән сирләп, өйҙә дауаланыусыларға бушлай дарыуҙар бирелә башланы. Был турала ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин ҡул ҡуйғайны. Өфөлә беренселәрҙән булып бушлай дарыуҙарҙы хәле уртаса һәм ауыр булған сирлеләр, вируслы пневмония менән ауырыусылар ала башланы. Ошо...

18 ноября 2020
Яндекс.Метрика