“Алтын бишек” акцияһына йомғаҡ яһалды

“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта номинациялыранда ҡатнашып иң күп тауыш йыйыусылар бүләкләнде. Был конкурс ниндәй хис-тойғолар ҡалдырҙы?   Республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһы йомғаҡтарын ҡатнашыусылар ғына түгел, ә башҡа райондар халҡы ла түҙемһеҙләнеп көткәйне. Ниһайәт, Рәсәй-Башҡортостан телеканалында барған “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында “Күркәм ауыл”, “Өлгөлө ғаилә” һәм “Алтын ҡуллы оҫта” номинацияһына дәғүә итеп, беренсе урынға сығыусылар билдәләнде. Ауылдың алдынғы кешеләрен күрһәтеү һәм әлбиттә тыуған төбәктең тарихын, билдәле урындарын һөйләп ни өсөн алтынға тиңләгәндәрен иҫбатлау-конкурстың төп шарттары ине. Ярышта алты бәйгесенең өсәүһе егерме мең тирәһе тауыш йыйҙы.

Иң әүҙемдәр исемлегендә Тәтешле районы Шулған ауылы ла бар. Ул 19780 тауыш йыйған. Конкурстың бағыусылары “Агроспец прогресс Өфө” йәмғиәте вәкиле Яков Алсынов һәм РТРС-тың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Наталья Колупаева конкурста ҡатнашыусыларға махсус бүләктәрен тапшырҙы. “Алтын бишек” акцияһы бер юлы өс номинацияны үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле. Өлгөлө ғаилә исеменә лә дәғүә итеүселәр күп. Һәр береһе үҙҙәренең шөғөлдәрен һөйләне, балаларының уңыштары менән бүлеште. Һөҙөмтәлә, Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында донъя көтөүсе Ғәлиә һәм Сәлих Насыровтар иң күп тауыш йыйыусы булып танылды.

“Өлгөлө ғаилә” номинациһяныда тап Насыровтар ғаиләһе лайыҡ тип һигеҙ мең ярым кеше тауыш биргән. Биш балаға ғүмер бүләк итеүсе ғаилә лә махсус бүләк-телевизорлы булды.Артабан студияны “Алтын ҡуллы оҫта” номинацияһында көс һынашып, беренсе урынға лайыҡ булыусы ҡунаҡ биҙәне. Йәнә Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында буҙа эшләүҙең борондан килгән серҙәрен һаҡлаусы Гөлйөҙөм Сафинаға һигеҙ мең кеше тауыш биргән. Әлбиттә, оҫта ҡулдар араһында ярышып, алдынғы урынға лайыҡ булыу еңелдән түгел ине, ти ханым. Ҡулдарына телевизор алып ҡыуаныусы ҡунаҡтар үҙҙәренең шатлыҡтарын һис йәшермәй ине. Хәҙер улар юғары сифатта беҙҙең телеканалдарҙы ҡарай аласаҡ. Ә бына “Алтын бишек” акцияһының төп призы- трактор ниндәй районға эләгер ине тигән һорау күптәрҙе борсой ине.

Беҙҙең телекомпанияның сәхифәһендә тауыш  һаны ла көндән көн үҙгәрә барҙы. Һөҙөмтәлә 27 меңдән ашыу тауыш йыйып Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы төп призға лайыҡ булды. Йәйен дә, ҡышын да алыштырғыһыҙ техника хәҙер ауыл халҡына ҙур ярҙамсы булыр тигән өмөт уята. Конкурстың бағыусылары ла бәйгенең ҡыҙыу барғанын билдәләй. “АгроспецПрогресс Өфө” йәмғиәте вәкиле еңеүселәр менән аралашты, уларға уңыштар теләне. Бүләктәр тапшырылғас, беҙҙең телекомпанияның медиа үҙәгендә еңеүселәр менән матбуғат осрашыуы үтте. Улар килгән ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, хис-тойғолары менән уртаҡлашты. Башҡортостандың һәр ауылы үҙенсәлекле. Республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһы быны йәнә иҫбатланы, тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ.  Конкурс башында күркәм ауыл исеменә лайыҡ булған, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫталар йәшәгән ауылды ла һайлауы еңелдән булманы. Бер ауылдың ғына утыҙ меңгә яҡын тауыш йыйыуы-халыҡтың берҙәмлеген дәлилләй. Ауылда йәшәүселәрҙең әүҙем булыуы бигерәк тә ҡыуандыра. Шуға ла киләһе йылдарҙа ла “Алтын бишек” акцияһы йәнә иғлан ителер тигән өмөт бар.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика