Күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам

Башҡортостанда быйыл ишле һәм инвалид-бала тәрбиәләгән ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителде. Республика парламенты ҡабул иткән үҙгәрештәр быйылдан ғәмәлдә. Тимәк 2 декабргә тиклем түләнергә тейешле мөлкәт һалымында ул иҫәпкә алынасаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышында демографик сәйәсәткә ҡағылыштлы тағы бер законды ҡараны, ул 600 мең һумлыҡ ярҙам алыусылар исемлеген киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Ғөмүмән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының кәңәшмәләре һәр саҡтағыса эшлекле шарттарҙа үтә.Өс тиҫтәнән ашыу хоҡуҡи документ һәм республиканың вәкәләтле органдарына яңы етәкселәр тәғәйенләү. Башҡортостан парламенты депутаттарының сираттағы ултырышында ҡаралып, үҙ көсөнә ингән закон проекттары менән бергә бөгөндән эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса яңы вәкил үҙ бурысын башҡарасаҡ. Теге йәки был документ буйынса фекер алышыуҙар менән бер рәттән, алдағы бер-нисә йылды күҙаллап ҡабул ителгән закондар ҙа айырым иғтибарҙа.

Башҡортостандың социаль тормошондағы яңы үҙгәрештәр тәү сиратта күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Хәҙер уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Үҙгәрештәр нимәгә бәйле һуң. Бөгөндән ошондай исемлеккә балалары 23  йәшенә еткән ата- әсәләр ҙә индерелә. Тимәк, республикала 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам алыусылар һаны ла күбәйәсәк, ти депутат Римма Үтәшева. Социаль ҡануниәт менән бергә Башҡортостандың урман кодексы ла яңыра. Мәҫәлән,  йорт  төҙөүгә  ағас алыу, өй-ҡураларҙы яңыртыу өсөн сеймал бүлеү тәртибендә яңы пункттар буласаҡ. Депутат Әлфәрис Байсурин аңлатмаһында ҡағиҙәләрҙең кемгә ҡағылышлы булыуын төшөнөргә мөмкин. Тик ыңғай үҙгәрештәр менән кире күренештәрҙе лә иҫтән сығарырға ярамай. Мәҫәлән, ауыл ерендә йүнселелк менән шөғөлләнгәндәр ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ тигән төшөнсә менән яҡшы таныш. Башҡортостандың яңы бизнес-омбудсмены Флүр Әсәҙуллин, әйткәндәй, уны ошо вазифаға тәғәйенләү өсөн 106  депутат тауыш биргәйне, мәсьәләнең үтә лә ҡатмарлы тороуон билдәләй.

Парламент депуттары тағы ла бер ведомство – суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығын эш сифатын камиллаштырыуға  саҡыра. Уның сәбәбе лә юҡ түгел. Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙән асыҡланыуынса, приставтарҙың теге йәки был мәсьәләгә илтифат итмәй осраҡтары йышайған. Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутатары Федераль йыйылыштың Түбәнге палатаһы – Дәүләт думаһына йәнә лә бер мөрәжәғәт әҙерләй. Башҡортостандың закондар сығарыу буйынса төп органы вәкилдәре “түләүһеҙ хоҡуҡи ярҙам” тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр индереү кәрәк, тигән фекерҙә. Уға ярашлы, хәҙер төбәктәр ошондай хеҙмәт күрһәтеүҙә айырым өҫтәмәләргә эйә булырға тейеш.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул  Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр  түҙемһеҙлек...

10 часов 13 минут назад
Смотреть видео Етеҙ интернет заманы  | ГТРК «Башкортостан»

Етеҙ интернет заманы

Күпселек уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙы дауам итә.  Яңы белем алыу системаһы һәр йортта ҡеүәтле һәм етеҙ  интернеттың булыуын талап итә. Өфөлә йәшәүселәр тиҙлеге секундына 500 мегабит менән эшләүсе интернет менән ҡуллана ала. Бындай хеҙмәтте федераль телеком-операторы күрһәтә....

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео Өфө битлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Өфө битлектәре

Өфө предприятиеларының береһендә айына 3 миллион битлек етештерәләр. Яҡшы сифатлы был һаҡланыу сараһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән ҡуллана. Эшҡыуар етештерелгән продукцияһының бер өлөшөн бушлай тарата. Битлектәрҙең бауҙары һары төҫтә, тимәк бер ерҙә лә һатыуға сығарылырға тейеш түгел...

10 часов 15 минут назад
Смотреть видео Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа бәйле һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй. Уның аша теләгән һәр кем  тәүлек әйләнәһенә 8-347-218-19-19 телефоны буйынса медицина учреждениеларына шылтырата ала. Коронавирустан өйҙә нисек дауаланырға, ҡайһы осраҡта дауаханаға ятырға, вирусҡа тест һөҙөмтәһе ниндәй? Сәғәт иртәнге 8-ҙән алып, киске...

10 часов 16 минут назад
Смотреть видео Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляцияны боҙған ололарға штраф

Кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын үтәүен ентеклерәк тикшерергә, иҫкәртеүҙе аңламағандарға штраф һалырға саҡырҙы. Сикләү индерелгәнгә ике аҙна ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ололар араһында сирләүселәр ни бары 2% кәмегән тиелде хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ауыл-...

10 часов 16 минут назад
Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Яндекс.Метрика