Апартаменттарға йылы бирегеҙ

Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге яңы апартаменттарҙа йәшәүселәр фатирҙарҙа һыуыҡ булыуға зарлана. Күп һанлы мөрөжәғәттәр инҡар ителә. Быйыл беренсе класҡа төшкән Агния бындай һалҡын фатирҙа йәшәрмен тип, һис тә уйламай. Дәрес эшләгәндә лә йылы өҫ кейеме кейергә тура килә. Ольга Саламасова 1 йыл элек фатир һатып ала һәм йыл дауамында байтаҡ ҡатмарлыҡтарға юлыға. Көҙгө һалҡындар башланыу менән фатирҙы сәғәттәр буйына электр менән йылытырға тура килә. 5 ҡатлы йортта 92 фатир. Иркен коридорҙар, заманса төҙөлгән йорт. Ҡыҫҡаһы, апартаменттар. Фатирҙар һатып алғанда төҙөүсе уңайлы шарттар тәҡдим итә. Әммә күсенеү менән михнәттәр башлана. Беренсе айҙа уҡ түләү квитанцияһы юғары хаҡ менән килгән һәм йортта йәшәүселәргә идарасы компаниянан баш тартырға тура килә. Йортҡа йылы бирелмәһә лә, уның өсөн түләүҙәр арта бара.

Әле бурыс 360 мең һумдан ашып киткән. Төҙөлөш компанияһы фатирҙарҙы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса һата, йорт йәшәү өсөн тәғәйен булмаған, шуға күрә лә халыҡ фатирҙарҙа түгел, ә апартаменттарҙа йәшәй. Йылы биреү пункты һәм коридорҙар төҙөүсе компания милкендә. Баш РТС компанияһы йортҡа йылы бирергә әҙер, әммә законға ярашлы. Йортта йәшәүселәр иһә төҙөүсе тәҡдим иткән идарасы компанияға шикләнеп ҡарай. Әммә Баш ТРС менән килешеү төҙөү мөмкин түгел-йорт бөтә документтар буйынса торлаҡ өсөн тәғәйен түгел, тип иҫәпләнә. Тикшереү эштәре дауам итә, ә һалҡындар көттөрмәй. Апартамент хужаларының идарасы компания һәм йылылыҡ системаһы вәкилдәре менән сираттағы йыйылышында йортҡа тиҙ арала йылы биреү мәсъәләһе ҡараласаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика