Өфөлә авария хәлендәге мәктәп ябылған

 Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенән һуң, прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Өҫтәүенә, уның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янай. Ҡапҡа ябыҡ, тәҙрәләргә арҡыры таҡталар ҡағылған. Яңы ғына был белем усағы балалар тауышынан гөрләп торһа, хәҙер тынлыҡ хөкөм һөрә. Яңы уҡыу йылында Өфөнөң 23-сө мәктәбе бер ай самаһы ғына эшләп өлгөргә. Уның ишектәре 8 октбярҙә прокуратура ҡарары менән ябылған. Сәбәбе — бинаның  ныҡ таушалыуы. Мәктәп 1969 һәм 1957 йылдарҙа төҙөлгән ике биналарҙан тора. Авария хәлендә тип тап ошо өлөшө танылған.  Диуарҙарҙан штукатурка аҡтарыла, ә түшәмдән һыу үтә. Ошондай шарттарҙа уҡыу баланың һаулығына ғына түгел, хатта ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Барлыҡ етешһеҙлектәр белем биреү учреждениеһының уҡыу йылына әҙерлеген тикшергәндә асыҡланған.  Был кадрҙар быйыл август аҙағында төшөрөлгән. Прокуратура хеҙмәткәре беҙҙең ижади төркөмгә мәктәптәге кабинеттарҙы күрһәтә.

Асыҡланыуынса, бинаның ҡыйығы ныҡ таушалған. Шуға ямғырҙар ваҡытында һыу үтәнәнән үтә. 2016 йылда төҙөкләндереү эштәре үткәрелһә лә, мәктәп киренән элекке хәленә ҡайтҡан. Балаларының һаулығы өсөн борсолған ата-әсәләрҙең һорауы буйынса прокуратура тикшереү үткәргән һәм уның һөҙөмтәһендә ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт әҙерләнгән. Талаптарҙың береһе – мәктәптә комплекслы техник экспертиза үткәреү ине. Махсус ҡоролма менән тикшереп сыҡҡандан һуң, бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Прокуратура ҡарарынан һуң, һаҡлыҡ саралары күрелгән. Етәкселек балаларҙы икенсе мәктәпкә күсергән. Хәҙер 500-гә яҡын уҡыусы 23-сө мәктәп эргәһендәге 15-се мәғариф үҙәгендә белем ала. Балалар икенсе белем усағына өйрәнгәнсе, 23-сө мәктәптә өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Реконструкция эшләп буламы-юҡмы, әллә емереп яңыны төҙөрҙәрме — уныһы әлегә билдәһеҙ.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика