Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы һәм республика ғаилә үҙәге опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында конкурс уҙғара. Ул 2007-се йылдан алып үткәрелә. Республикала әле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 мең 635 бала иҫәпләнә. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү-конкурстың төп маҡсаты. Ул муниципаль һәм республика этабынан тора. Быйылғы ярышҡа бөтәһе 47 райондан 49 ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән. Ғаиләләр балаларҙың ҡул эштәрен, йыр-моңға һәләтле булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Еңеүселәр “Иң яҡшы опекун”, “Иң яҡшы патронат ғаилә” һәм “Тәрбиәгә бала алған иң яҡшы ғаилә” номинацияларында билдәләнә. Уларҙа еңеүселәргә 100 мең һум премия тапшырыласаҡн.