Башҡортостанда үҫеш хөкүмәте составы раҫланды

 Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Бығаса башҡарыусы ҡушылмаһында йөрөгәндәр менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә бар. Ә премьер-министр вазифаһында Радий Хәбиров үҙе ҡала. Уның хәҙер ике беренсе урынбаҫары – Илшат Тажетдинов һәм Андрей Назаров. Дүшәмбеләге оператив кәңәшмә башланыр элек хөкүмәт йорто коридорҙарында яңы кешеләр күҙгә салына ине. Әммә министр һәм вице-премьерҙар кем булыры киң йәмәғәтселеккә һуңғы минутынаса сер булып ҡалды. Хөкүмәт рәйесе вазифаһына бәйле имештәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй сыҡты.

Министрҙар кабинетын Радий Хәбиров үҙе етәкләй. Ә бына беренсе вице-премьерҙар хәҙер икәү – Илшат Тажитдинов һәм Андрей Назаров. Һуңғыһына милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм маҡсатлы программалар үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Бынан тыш хөкүмәттә хәҙер 7 вице-премьер. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова һәм Борис Беляев үҙ урындарын һаҡлап ҡалды. Яңы кешеләрҙән Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов. Радий Хәбиров министрҙар кабинетының яңы составын “үҫеш хөкүмәте” тип атаны. Хөкүмәт составы яңырыу менән бергә оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған башҡа мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү яҡшы ойошторолған төбәктәрҙә яҡын арала түләү артыуы ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Башҡортостан сүп-сар өсөн иң түбән хаҡ түләй. Әммә төбәк операторҙары бындай тарифтар менән риза түгел. Халыҡтың бурысы ла 1 миллиард һумға яҡынлашып бара.Төбәк операторҙары эште яҡшы ойошторған осраҡта ғына түләүҙе яңынан ҡарарға мөмкин тине Радий Хәбиров. Белорет, Ейәнсура райондары һәм Сибай ҡалаларында әле булһа контейнерҙар урынлаштырылмаған. Был эште дөйөм республика буйынса тиҙләтеү бурысы ҡуйылды. Ҡала, ауыл, ҡасабаларҙы яҡтыртыуҙа ла етешһеҙлектәр юҡ түгел. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар аукционда еңеп тә эште сифатһыҙ башҡара.

Бындай осраҡтарҙы булдырмау бурысы ҡуйылды. Был эш менән яңы ведомство – Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты шөғөлләнәсәк. Әйткәндәй, раҫланған яңы хөкүмәт составында ла байтаҡ үҙгәрештәр бар. Унда хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты 4 идаралыҡ, 1 агентлыҡ һәм 1 дәүләт инспекцияһы. Һан яғынан ғына түгел составы яғынан да байтаҡ үҙгәреш кисергән хөкүмәт алдында бурыстар һәм маҡсаттар әүәлгесә. Тәү сиратта халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм ошоға йүнәлтелгән Рәсәй Президентының Май указдарын, Республика Башлығының Сентябрь күрһәтмәләрен теүәл үтәү. Радий Хәбиров был эшкә тиҙ арала ылығып китергә саҡырҙы.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика