Башҡортостанда үҫеш хөкүмәте составы раҫланды

 Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Бығаса башҡарыусы ҡушылмаһында йөрөгәндәр менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә бар. Ә премьер-министр вазифаһында Радий Хәбиров үҙе ҡала. Уның хәҙер ике беренсе урынбаҫары – Илшат Тажетдинов һәм Андрей Назаров. Дүшәмбеләге оператив кәңәшмә башланыр элек хөкүмәт йорто коридорҙарында яңы кешеләр күҙгә салына ине. Әммә министр һәм вице-премьерҙар кем булыры киң йәмәғәтселеккә һуңғы минутынаса сер булып ҡалды. Хөкүмәт рәйесе вазифаһына бәйле имештәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй сыҡты.

Министрҙар кабинетын Радий Хәбиров үҙе етәкләй. Ә бына беренсе вице-премьерҙар хәҙер икәү – Илшат Тажитдинов һәм Андрей Назаров. Һуңғыһына милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм маҡсатлы программалар үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Бынан тыш хөкүмәттә хәҙер 7 вице-премьер. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова һәм Борис Беляев үҙ урындарын һаҡлап ҡалды. Яңы кешеләрҙән Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов. Радий Хәбиров министрҙар кабинетының яңы составын “үҫеш хөкүмәте” тип атаны. Хөкүмәт составы яңырыу менән бергә оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған башҡа мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү яҡшы ойошторолған төбәктәрҙә яҡын арала түләү артыуы ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Башҡортостан сүп-сар өсөн иң түбән хаҡ түләй. Әммә төбәк операторҙары бындай тарифтар менән риза түгел. Халыҡтың бурысы ла 1 миллиард һумға яҡынлашып бара.Төбәк операторҙары эште яҡшы ойошторған осраҡта ғына түләүҙе яңынан ҡарарға мөмкин тине Радий Хәбиров. Белорет, Ейәнсура райондары һәм Сибай ҡалаларында әле булһа контейнерҙар урынлаштырылмаған. Был эште дөйөм республика буйынса тиҙләтеү бурысы ҡуйылды. Ҡала, ауыл, ҡасабаларҙы яҡтыртыуҙа ла етешһеҙлектәр юҡ түгел. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар аукционда еңеп тә эште сифатһыҙ башҡара.

Бындай осраҡтарҙы булдырмау бурысы ҡуйылды. Был эш менән яңы ведомство – Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты шөғөлләнәсәк. Әйткәндәй, раҫланған яңы хөкүмәт составында ла байтаҡ үҙгәрештәр бар. Унда хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты 4 идаралыҡ, 1 агентлыҡ һәм 1 дәүләт инспекцияһы. Һан яғынан ғына түгел составы яғынан да байтаҡ үҙгәреш кисергән хөкүмәт алдында бурыстар һәм маҡсаттар әүәлгесә. Тәү сиратта халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм ошоға йүнәлтелгән Рәсәй Президентының Май указдарын, Республика Башлығының Сентябрь күрһәтмәләрен теүәл үтәү. Радий Хәбиров был эшкә тиҙ арала ылығып китергә саҡырҙы.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Бында бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән. Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап...

26 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә.   Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы  шарттарҙа  эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан...

26 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө...

26 марта 2020
Смотреть видео Бер аҙна ял | ГТРК «Башкортостан»

Бер аҙна ял

Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22...

26 марта 2020
Смотреть видео Дистанцион уҡыу | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде.  Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы...

25 марта 2020
Смотреть видео Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай | ГТРК «Башкортостан»

Йоғошло сир хәүефе төбәктең көндәлек тормошонда сағылышһыҙ ҡалмай

Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды. Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы...

25 марта 2020
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

 Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла. Дәүләт...

25 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус Башҡортостанда

Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған.  Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған. Был турала Радий...

25 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу саралары күрелә

Эскроу иҫәптәргә күсеү сәбәпле Республика хөкүмәте кредит ойошмалары менән төҙөүселәр араһындағы килешеүҙәрҙе көйләү мөмкинлеген барлай. Ошо хаҡта Радий Хәбиров сираттағы төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Республика башлығы теүәл бер аҙна эсендә ошо хеҙмәттәшлеккә ҡағылған бурыстарҙы берләштергән ҡарар...

24 марта 2020
Смотреть видео Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге | ГТРК «Башкортостан»

Спектакль һәм концерттарҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге

Илдә коронавирус арҡаһында халыҡ күпләп йыйылған сараларҙы үткәреү тыйылғандан һуң, мәҙәниәт учреждениелары килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын тапҡан. Тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Кармен” спектаклен интернет аша күрһәтте. Билеттар алдан һатып бөтөлгән булһа ла, етәкселек...

24 марта 2020
Яндекс.Метрика