"Театраль Волга буйы" округ фестивале аҙағына яҡынлаша

 Мәктәп уҡыусылары һәм студент коллективтары көс һынашҡан был конкурста Башҡортостан исемен Межгорье ҡалаһынан  «Пауза» студияһы һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Ҡорос»  халыҡ театры  яҡлай. Еңеүселәрҙе биләдәләү өсөн ноябрҙә тауыш биреү ойоштороласаҡ. Спектаклдәрҙең видеояҙмаһын  фестивалдең сайтында табып ҡарарға мөмкин. Ә Башҡортостан тамашасылары өсөн «Ҡорос» театры актерҙары тере осрашыуҙар үткәрә.  «Театраль Волга буйы» округ фестивалендә еңеүгә дәғеүә итеүсе «Ҡорос» халыҡ театры актерҙары социаль приютта, мәктәптәрҙә уңышлы сығыш яһап, был юлы тамашасыһын «Родина» кинотеатры залына йыйҙы. Уларҙың тормошо һәм ижады менән Ишембай кадеттары танышты. Фестивалдә ҡоростар Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектакле менән ҡатнаша. Башҡортостандың төп федераль инспекторы Михаил Закомалдин да «Тиле йәшлек» спектаклен  кадеттар менән бергә  ҡараны һәм коллективҡа еңеүҙәр теләне.

Фестивалдең офоҡтары киң.  Уның төбәк этабында 483 театраль  коллектив ҡатнашҡан. Проектта Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров  куратор булып сығыш яһай. «Пауза»  студияһы һәм «Ҡорос» халыҡ театры өсөн тауыштарҙы театральноеприволжье.рф сайтында ноябрҙең беренән алып ай дауамында бирергә мөмкин. Фестивалдә ҡатнашыу менән бер рәттән «Ҡорос» коллективы яңы спектакль өҫтөндә эшләй.  «Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ» тип атала ул һәм  Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Коллективта студенттар ҡоростай сыныға, үҙҙәрен ижади яҡтан үҫтерә һәм әүҙем тормоштары менән абитуриенттарҙы,  1-се курс студенттарын театрға йәлеп итә.Театраль Волга буйы фестивале еңеүселәре декабрҙә иғлан ителәсәк. Ә Мостай Кәримдең тормошона арналған спектаклдең премьераһы менән «Ҡорос» халыҡ театры тамашасыларын 28 октябрҙә көтә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Смотреть видео Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан торлаҡ йортто реставрациялау өсөн әҙерлек эштәре башланды

Мәҙәни мираҫ объектҡа үткән быуаттың 1930-сы йылдарында “Железнодорожник” төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнеп нигеҙ һалынған. Тәүҙә уны йоҡлау урыны ғына булыр тип төҙөһәләр, һуңынан бәләкәй фатирҙарға бүлеп сығалар. Күренеүенсә, ике торлаҡ араһын төкәтмә (пристрой) тоташтыра. Тап...

28 мая 2020
Смотреть видео 12 мең битлек таратылған | ГТРК «Башкортостан»

12 мең битлек таратылған

Өфөлә йәмәғәт ойошма активистары 12 мең битлектәр таратҡан.Бының өсөн ирекмәндәр ҡаланың кешеләр күпләп йөрөгән райондарын һайлаған. Пандемия шарттарында ойошторолған файҙалы акция халыҡҡа оҡшаған.  Алты пакетҡа тултырылған һаҡланыу сараларын бер сәғәт эсенлдә таратып бөткәндәр. Бындай...

28 мая 2020
Смотреть видео 28 май –сик буйы һаҡсылары көнө! | ГТРК «Башкортостан»

28 май –сик буйы һаҡсылары көнө!

Бөгөн - 28 май – илебеҙҙең сик буйы һаҡсылары, пограничниктар байрамы көнө. Ул илебеҙҙә 102 йыл рәттән билдәләнә. Был патриотик көн һәр пограничнигыбыҙ өсөн иң мөһим  байрамдарының береһе булып тора. Быйыл  сик һаҡсылары һәм ветерандары үҙ байрамдарын өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Бындай ҡарар...

28 мая 2020
Смотреть видео Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты | ГТРК «Башкортостан»

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеге артты

Республикала аҡсалата ярҙам аласаҡ ғаиләләр исемлеген арттырҙылар. Эшһеҙ ҡалған ата-әсәләрҙең өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләнәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә һөйләштеләр. 2020 йыл башынан Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны өс тапҡырға артҡан. 60...

28 мая 2020
Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

27 мая 2020
Яндекс.Метрика