Һаҡ булығыҙ! Айыуҙар!

Республиканың төрлө райондарында йыртҡыс хайуандар малдарға һөжүм итә. Урман хужаһына һунар асылған. Архангел районы Ҡыҙғы ауылында айыу  бер-нисә һыйырҙы йыҡҡан.Зәйтүнә Сәғитдинова үлеккә ҡарап, ҙур әсенеү, күҙ йәштәре менән малын иҫкә ала. Айыу уларҙы берҙән-бер һөтлө һыйырынан мәхрүм итә. Архангель районында айыуҙарҙың йорт йәнлектәрен талап китеүе ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Йыртҡыс ике аҙна эсендә генә 10-дан ашыу һыйырға һөжүм иткән. Кемдәрҙең малын ҡотҡарып өлгөргән, ә Сәғитдиновтарҙыҡы урынында уҡ йән биргән. Һыйыр ҡалдыҡтарына тәүгеләрҙән булып Фәнияз Ноғоманов юлыға.Йыртҡыс хайуандың ауылға ныҡлап яҡынлашыуын тәүгегә күҙәтә. Һыйырҙың үлеген йорттарҙан бер-нисә метр алыҫлыҡта, картуф баҡсаһы артында тапҡандар. Ауыл халҡын хайуандың ҙурлығы ла хафаға һала — уның алғы табанының эҙе 17 см-ға тиклем барып етә.Һыйырһыҙ тороп ҡалған хужабикә әйтеүенсә, айыуҙың яҡынлашыуына ауылдың урман зонаһында урынлашыуы, малдарҙың иректә йөрөүе лә бәлки сәбәпсе булғандыр. Ҡануниәт буйынса, мал көтөүҙә түгел икән уның өсөн хужаһы яуаплы.Урындағы халыҡ ғәҙәттә мал тыуарҙы ҡырға сығара. Иректә ҡарауһыҙ йөрөгән һыйырҙар ас айыуҙар өсөн еңел табыш. Һунарсылар йыртҡыс хайуанды атып алғансы был малдарҙың ҡураға иҫән-һау ҡайтып инеүе бөгөн дә икеле.Әлеге мәлдә йыртҡысҡа һунар итеүгә рөхсәт алынған. Урындағы һунарсылар көндөҙ ҙө, төнөн дә айыуҙы ҡарауыллай.Һунарсылар, айыуҙарҙың популяцияһын урмандарҙа йәнлектәргә аҙыҡтың әҙ булыуы менән аңлата. Ошо уҡ райондың Родинский, Уҫаҡлы, Казанка ауылдарында ла йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары теркәлгән. Быйыл йыртҡыстарҙың Кушнаренко районында килеп сығыуы ла  көтөлмәгән хәл. Унда айыуҙар умарталыҡтарҙы туҙҙырған. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда һоро айыуҙың ауылдарға инеү осраҡтары ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Һуңғы ваҡытта бындай ваҡиғалар Стәрлебаш, Ғафури, Шишмә, Иглин райондарына хас. Экология министрлығынан хәбәр итеүһәренсә, бында кешеләрҙең дә ғәйебе бар. Әлеге мәлдә тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнә, шуға күрә лә урманлы ерҙәрҙә йыртҡыс хайуандарҙың һөжүм итеү хәүефе бар. Әммә ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа ла ғәҙәттән тыш хәл була. Өфө урамдары буйлап бүре йөрөгән. Шаһиттар уны видеоға төшөрөп алған. 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

2 часа 45 минут назад
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

2 часа 46 минут назад
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

2 часа 46 минут назад
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

2 часа 48 минут назад
Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Яндекс.Метрика