Мәртәбәле йыйын “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Һәр йүнселгә шәхси сауҙа тамғаһын танытырға, ҡулланыусылар талабына тап килгән тауар йә хеҙмәт тәҡдим итергә, был турала мәғлүмәт таратырға һәм законға ярашлы отчет бирергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта заман сафынан ҡалышырға ла, белем-тәжрибә туплауҙан туҡтарға ла ярамай. Руслан Янов төҙөлөш тармағында эшҡыуарлыҡ алып бара. Форумға бизнес-партнерҙар табырға һәм тәжрибә алырға килгән.
Бизнес даирәһендә уңыш ҡаҙанғандар иһә форумды тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны итте. Синергия университетында ҡабул ителгән белем өлгөләрен урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ иткән тренер һәм командалар еткерҙе. Программа Рәсәйҙең һәр төбәге үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала.
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә форумдар Рәсәйҙең ете төбәгендә үтте. Өфө был иҫәптә һигеҙенсе, ә унда ҡатнашыусы эшҡыуарҙар һаны буйынса беренсе урында. “Минең бизнес” йыйыны 11 мең ярым кешене берләштерҙе.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова бындай йыйындарҙы бизнес даирәһе вәкилдәрен берләштереү майҙаны булараҡ баһалай. Аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшҡыуарлыҡҡа йәштәрҙе йәлеп итер өсөн республикала маҡсатҡа ярашлы саралар күрелә.
Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты борсоған мәсьәләләрҙе өйрәнеп, ярҙам сараларын асыҡлар өсөн дә дөйөм осрашыуҙар, уртаҡ йыйындар мөһим.
Бындай сараларҙы даими үткәреү мөһимлеген эшҡыуарҙар ҙа, иҡтисадтың алдынғы тармағы үҫеше ҡыҙыҡһындырған дәүләт власы вәкилдәре лә таный.
Башҡортостан эшҡыуарлыҡҡа ҙур өмөттәр бағлай. Республика башлығының сентябрь Указына ярашлы төбәк тулайым продукт күләмен 2 триллион һумға еткереү маҡсатын ғәмәлгә ашырыр өсөн төп үҫеш нөктәһе йүнселдәр эшмәкәрлегенә бәйле.
Эшҡыуарлыҡ – иҡтисадтың иң әүҙем, иң теремек, төрлө шарттарға ла тиҙ үк яраҡлаша алған ирекле тармағы. Республика йүнселдәрҙән бөгөн иҡтисади үҫеште тиҙләтеүҙе талап итмәй, ә ойошҡанлыҡ менән берҙәм эшмәкәрлек сараларын күрә.