Илдә Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән ул Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең оло юбилейына арналған ойоштороу комитеты ултырышында һуғыш ветерандарына ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләне. Һәр йәһәттән, 2020-се йылға бөтә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш. Байрам саралары иһә киң билдәләнәсәк. Закир Шәрипов репортажы.
Әбйәлил районы Ташбулат ауылында йәшәүсе Ғәбделсабур Хошамов Белорус фронтында алыша. Ул Прибалтика илдәрен, Кенигсбергты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш һуңында йәш егет штабта йәшерен мәғлүмәттәр менән эш итә. Шуға күрә әле лә ҡайһы берҙәрен сер итеп һаҡлай.
Ғәйни Ғәйзетдин улы Ғәлимов 1942 йылдың мартында хеҙмәткә алына. Дүртөйлө районында хәрби әҙерлек үтеп, артиллерист һөнәрен үҙләштерә. Йәш егет Ленинград фронтына эләгә. Алыштарҙың береһендә яугир ҡаты яралана һәм госпитәлдә дауалана. Һуңынан Ғәйни Ғәлимов разведкаға алына.
Уны “Үлеп терелгән яугир” тип атайҙар. Ғәйзулла Әблүзин кесе командирҙар курсында уҡығандан һуң беренсе украин фронтына ебәрелә. 1945 йылдың апрелендә Бреслау ҡалаһы өсөн барған алышта яугир янында көслө шартлау яңғырай. Ғәйзулла Әблүзин госпиталдә дауаланғандан һуң, артабан хеҙмәт итеүен дауам итә. Әммә, яҡындарына һәләк булды тигән хат ебәрелә.
Өс ветеран да бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам сараларында әүҙем ҡатаншырға йыйына. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һуғыш ветерандарына иң тәрән иғтибар йүнәлтеү төп мәсьәлә, тип белдерҙе. 9-сы майға уларҙың барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш.
Башҡортостанда әле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 889, балиғ йәшенә еткәнсе концлагер тотҡоно булған 324, блокадалағы Ленинградта йәшәгән 103 кеше, 23 мең 788 тыл хеҙмәтсәне, һуғыш ветерандарының 9 мең 784 ғаилә ағзаһы бар.
Республика етәксеһе легендар яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эшмәкәрлеген дауам итергә саҡырҙы. Был йәһәттән хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышы тураһында мәғлүмәт йыйыусы эҙәрмән отрядтарының эшен ыңғай баһаланы, ҡала-райондарҙа иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереп тәртикә килтерергә ҡушты. “Үлемһеҙ полк” акцияһын махсус сценарий буйынса ойошторорға, Өфөлә хәрби техника парадын һәм башҡа бихисап сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарырға тәҡдим итте.
Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың 323 меңе яу яланында ятып ҡала йә хәбәрһеҙ юғала. Яугирҙар донъяла һуғыш булмаһын, киләсәк быуын тыныслыҡта йәшәһен тип йәнен-тәнен аямай алыша. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын беҙ лайыҡлы үткәрергә бурыслы», — тип билдәләне.