Заманса технологиялар - кеше һаулығы һағында

 Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына сиктәрендә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙың һөҙөмтәлелеген үҙәк пациенттары үҙҙәрендә һынап та ҡараған. Пингвин ролендә 56 йәшлек Рәвил Ғәлимов. Уға юлында осраған балыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк тоторға кәрәк. Аяҡ аҫтындағы педальдәр ярҙамында хәрәкәт һәм боролоштарға йүнәлеш бирелә. Ошолай уйын формаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә инсульт кисергән кешеләр реабилитация үтә. КОБС системаһы тип аталған ҡорамал координация, баланс һәм терәк-хәрәкәт апаратының көсөн билдәләй. Тренажер ярҙамында хәрәкәт координацияһы боҙолған пациенттарҙы дөрөҫ итеп баҫып торорға, йөрөргә, ауырлыҡты бер аяҡтан икенсеһенә күсереп баланс тоторға өйрәтәләр.

Ҡулдары күтәрелмәгән пациенттар менән дә быға тиклем табиптар үҙҙәре генә эшләгән. Хәҙер иһә Атромот тип аталған ҡоролма автомат рәүештә, иңбаш быуынын хәркәткә килтерә. Вәсилә Булатова ҡул көсөнөң тергеҙелеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ҡатын октябрь башында ғына инсульт кисергән.  Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең реабилитация бүлегендә Вәсилә Булатова көн һайын процедураларға йөрөй.  Ыңғай үҙгәрештәр өсөнсө көнгә үк күренә башланы, ти ул.  Виртуаль ысынбарлыҡты хәтерләткән тренажер ваҡ моториканы үҫтерә.Тәү ҡарауға был ҡоролма ябай ғына велотренажер һымаҡ күренә. Әммә хәрәкәттәр ауыр бирелгән пациенттарға арҡаһын терәр өсөн ултырғыс урынына кресло ҡуйылған. Һәм бында аяҡ ҡына түгел, ҡул менән дә эшләргә кәрәк.

Өҫтәүенә, бөтә күрһәткестәр мониторҙа яҙылып бара. Бында кешеләр яңынан атларға ла өйрәнә. Вертикализатор үҙ аллы йөрөмәгән кешеләргә тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итә. Быға тиклем дауаханала аналогтары булмаған был медицина ҡоролмалары «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» программаһы буйынса ҡайтарылған. Ә программа «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Йыл һайын реабилитация үҙәгендә ике меңдән ашыу пациент дауалана. Яңы йыһаздар  һис шикһеҙ уларҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырырға  һәм йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» программаһы сиктәрендә бөтәһе 2 миллиард 400 миллион һумға дауаханалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылырға тейеш.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика